Бөгөн - ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Үҙҙәренең байрамын Сибай ҡалаһының граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәре яҡшы кәйеф менән ҡаршылай: бинала ремонт эштәре башҡарыла, өҫтәүенә быйыл ҡалала игеҙәктәр күп тыуған.
Ҡыш айының тәүге көнөндә Виктория һәм Данил Рәхмәтуллиндарҙың Яна менән Риана исемле ҡыҙҙары донъяға килгән. Сабыйҙарҙың 3,5 йәшлек ағайҙары Роберт та бар.
Дилә менән Радмир Искәндәровтарҙың иһә ете йәшлек Винер һәм туғыҙ йәшлек Илмир улдары ҡаланың 9-сы лицейында белем ала. Малайҙарға ата-әсәһе Санъяр һәм Данияр исемле игеҙәк ҡустылар алып ҡайтҡан.
"Беҙҙең нәҫелдә игеҙәктәр бар, үҙемдең дә бер юлы ике улға ғүмер бүләк иткәнем менән бәхетлемен. Йөклө икәнемде ураҙа тоторға йыйынып йөрөгәндә белдем. Ультратауыш тикшереүе игеҙ сабыйҙар буласағын әйткәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы", - ти бәхетле әсә.
Ике ҡулына ике сабыйын тотҡан, өлкәндәрен эйәрткән ғаилә башлығының да ҡыуанысы ҙур. "Аллаһ Тәғәлә беҙҙе икеләтә ҙурланы. Һәр бала үҙ ризығы, үҙ өлөшө менән тыуа. Хәҙер беҙҙең төп бурыс - улдарыбыҙҙы матур итеп бағыу, тейешле тәрбиә биреп, үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш итеп үҫтереү. Малайҙарға исемде атайым һайланы", - ти Радмир Миңлеғәле улы. Искәндәровтар киләсәктә ҡыҙлы ла булырға хыяллана.
Дөйөм алғанда, уҙып барған 2020 йылда Сибайҙа һигеҙ ғаиләлә игеҙәк, береһендә өс бала тыуған.
"Әлбиттә, йыл еңелдән булманы. Бөтә донъяны хафаға һалған коронавирус пандемияһы тормошобоҙҙа асыҡ сағылды: тыуым кәмене, үлем осраҡтары, киреһенсә, күбәйҙе. Никахтарҙың айырылышыуҙарға ҡарағанда күберәк булыуы киләсәккә өмөт бирә, - ти ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы. — Быйыл 97 атай балаларын таныу буйынса документ юлланы, алты сабыйҙы ғаиләләр уллыҡҡа алды, 32 кеше исемен үҙгәртте. Эшмәкәрлегебеҙҙе «Демография» милли проекты нигеҙендә алып барабыҙ. 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын ҡотлау матур йолаға әүерелде. Түңәрәк һан аҫтында теркәлгән сабыйҙарҙың ата-әсәһенә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу ҙа ҡаралған. Был юҫыҡта киләһе йылда ла эшләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ".
Артабан да Сибайҙа сабыйҙар тыуыуын дауам итер, яңы ғаиләләр артыр. Яңыртылған ЗАГС бинаһы шатлыҡлы ваҡиғаларҙан гөрләп торор, тип ышана уның хеҙмәткәрҙәре.
Фото: Сибай ЗАГС-ы сайты.