“Берҙәм Рәсәй” партияһының Тәтешле районынан һайланған депутаттары Марат Саҙретдинов, Айрат Мостафин, Рәйсә Балағотдинова, Ришат Зарифйәнов “Беҙҙең хәстәр” проекты нигеҙендә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәткән.
Улар пандемия шарттарында 65 йәштән өлкәнерәктәргә һәм мохтажлыҡ кисереүсе күп балалы ғаиләләргә 70-тән ашыу аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ-көнкүреш йыйылмаһы, биш йөк машинаһы утын алып барыуҙа шәхсән ҡатнашҡан.
Депутаттар граждандар менән осрашҡан ваҡытта шулай уҡ COVID-19 вирусы таралыуҙы иҫкәртеү ҡағиҙәләре хаҡында ла һөйләгән, оло йәштәгеләр өсөн үҙаллы ҡурсаланыу режимы үҙенсәлектәрен аңлатҡан.
"Беҙҙең бурыс һайлаусылар эргәһендә булыу ғына түгел, ә ваҡытында уларға ярҙам ҡулы һуҙыу, хәстәрлек күрһәтеү. Башҡарған эшебеҙ беҙҙе бик шатландыра", - ти ирекмән депутаттар.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов ирекмәнлек хәрәкәте төбәктә әүҙем үҫешеүен билдәләй. Был сафта иң бәләкәйҙәре 14 йәшлек уҡыусылар булһа, иң өлкәненә быйыл 65 йәш тулған. Дөйөм алғанда, районда 2388 ирекмән теркәлгән.
“Донъяны яулап алған коронавирус пандемияһы мәлендә улар күптәрҙең тормошонда иҫ киткес ҙур роль уйнаны, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы”, - ти район хакимиәте башлығы.
Ысынлап та, ирекмән булыу өсөн әллә ниндәй ҙур мөмкинлектәр талап ителмәй, ә изге йөрәк, кеше бәләһенә битараф булмау, әүҙемлек кенә кәрәк. Шуға эргә-тирәгеләргә иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.