Социаль мәсьәлә
20 Декабря 2020, 08:00

Балаларға - Яңы йыл бүләге

Ил Президентының быйылғы матбуғат конференцияһын балалы ғаиләләр ҙә көтөп алды. Уларҙы пособиелар мәсьәләһе борсой ине.

Ил Президенты Владимир Путиндың быйылғы матбуғат конференцияһын балалы ғаиләләр ҙә көтөп алды. Уларҙы пособиелар буйынса мәсьәлә борсой ине.
Илдә ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү программаһы булдырылды. Әгәр ғаиләлә һәр ағзаға тура килгән килем бер кешегә тейешле йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, киләһе йылдың 1 ғинуарынан һәр балаға бер йәшәү минимумы күләмендә пособие тәғәйенләнеүе ихтимал.
“Беҙ хәлде тикшерергә, бының ғаиләләр килемендә ниндәй сағылыш табыуын анализларға ҡарар иттек. Һәм әгәр бөтә ғаиләләр ҙә бер йәшәү минимумына тиклем етә алмай икән, 2021 йылдың 1 ғинуарынан, тимәк, ике аҙнанан, беҙ һәр бала өсөн берешәр йәшәү минимумына тиң сумма түләйәсәкбеҙ", – тине Владимир Путин.
Дәүләт башлығы илдә ете йәшкә тиклемге балалар өсөн булдырылған ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
– Ауыр хәл, һәр ваҡыттағыса, балалары булған ғаиләләрҙә. Шуға күрә уларға ярҙам итеүҙең ҙур программаһын булдырҙыҡ – тыуғандан алып 1,5 йәшкә тиклем, 1,5 йәштән өс йәшкә тиклем һәм өс йәштән ете йәшкә тиклемгеләр өсөн, – тине ул.
Был программаларға ярашлы, ғаиләләрҙең һәр категорияһына түләүҙәр буйынса айырым нормативтар бар.
Тик, сер түгел, күптәр яҙ көнө бөтә балалар өсөн дә алған кеүек пособие тураһында яңылыҡ көтә ине. Владимир Путин бәләкәй балалары булған ғаиләләрҙең ышанысын аҡланы. Яңы йыл бүләге булараҡ, ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бишәр мең һум аҡса түләнәсәк, тине ул.
Владимир Путин белдергән ыңғай яңылыҡтар араһында Рәсәй ауылдарында юғары тиҙлекле интернет үткәреүҙе атаны. 2021 йыл аҙағына тиклем йәшәгән кешеләр һаны 500-гә тиклем булған ауылдарҙа универсаль элемтә системаһы булдырылырға тейеш.
2025 йылға тиклем илдең 90 процент тораҡ пункттарында газ үтер тип көтөлә.
– Беҙ был күрһәткестәргә өлгәшербеҙ тип ышанабыҙ. Тик техник мөмкинлектәр ҙә ҡараласаҡ. Ҡайһы бер биләмәләргә газ үткәреү мөмкин түгел, – тине ул.
Шулай уҡ ул аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы мәсьәләһенә туҡталды. Властар был һорауҙы үҙ контроленә аласаҡ һәм күҙәтеп барасаҡ, тине Президент.
Һәр ваҡыттағыса, сит илдәр менән мөнәсәбәт, Хөкүмәт, Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеге, Конституцияға ҡабул ителгән үҙгәрештәр, 2024 йылдағы Президент һайлауҙары, шәхси һорауҙар һәм башҡалар күп булды.
Фото: rbc.ru
Читайте нас