Нефтекамалағы “Октава” штабы ағзалары әле пандемияға тиклем дә изге эштәр башҡарған, үҫмерҙәрҙе ватансыллыҡ рухында тәрбиәләү менән шөғөлләнгән. Әммә донъя үҙгәреп киткәс, уның базаһында ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килгән, улар яҙҙан алып мохтаждарға ярҙам күрһәтә.
Улар оло кешеләр менән даими бәйләнеш булдырған: шылтыратып хәл беләләр, нимә кәрәклеген аныҡлайҙар. Исемлек төҙөлгәс, ярҙамға ашығалар.
Ирекмән Алмас Сираев әйтеүенсә, улар шулай уҡ өйҙә коронавирус менән сирләгәндәргә лә ярҙам күрһәтә.
Әлбиттә, барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә, кәрәкле әйберҙәр өсөн ҡулаҡса менән түгел, ә карта аша иҫәпләшеү ҡаралған. Амбулатор дауаланыуҙа булғандар өсөн бушлай дарыуҙар ҙа тараталар.
Нефтекама ҡалаһы ирекмәндәре штабы етәксеһе Элина Бәҙретдинова фекеренсә, магазиндарға йөрөү һәм кәрәк-яраҡ һатып алып, оло кешеләргә барыу өсөн күмәк көс кәрәк. Кемдер етеҙ генә магазиндарҙы үтеп сыҡһа, бәғзеләр машина менән ярҙамға килә һәм адресатҡа тиҙ генә барып етә.
Ҡайһы саҡта матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған кешеләр ҙә бар.
Коронавирусҡа бәйле тынғыһыҙ осорҙа ирекмәнлек төшөнсәһе бигерәк тә көнүҙәккә әүерелде. Ирекмәнлек – ярҙам һәм хәстәр йәшәү рәүешенә әүерелгән осраҡ ул. Ябай ғына итеп әйткәндә, тирә-йүндәге хәлдәргә битараф булмау, мохтаждарға ҡулыңды һуҙыу һәм донъяны аҙ ғына булһа ла яҡтыраҡ, сағыуыраҡ итеү ысулы.