Социаль мәсьәлә
21 Декабрь 2020, 16:00

Мөрәжәғәт итеүсенең мәсьәләһе шунда уҡ хәл ителде

"Социаль түләүҙәр системаһында бер ниндәй етешһеҙлек булмаҫҡа тейеш. Кешеләр тейешле түләүҙәрҙе тулы кимәлдә алырға хоҡуҡлы".

Быйыл Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы ваҡытында колл-үҙәк эшләне. Унда дәүләт башлығы исеменә бөтә Рәсәй халҡынан һорауҙар килде.
Тура эфирҙа яңғыраған бер һорау Башҡортостан кешеһенеке булғайны. Күмертау ҡалаһынан Әлгизә Туҡтарова ноябрь һәм декабрь айҙарында үҙенең туғыҙ айлыҡ балаһына пособие ала алмағаны тураһында әйтеп, уның киләһе йылда булыу-булмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды.
Владимир Путин белдереүенсә, әгәр әсә ноябрь, декабрь өсөн аҡса ала алмаған икән, тимәк, ғәмәлдәге ярҙам системаһында проблемалар килеп сыҡҡан. Ул ҡатындың ниндәй ҡаланан яҙғанын асыҡларға, уның проблемаһын хәл итергә ҡушты.
– Беҙ был хәлде даими контролдә тотабыҙ. Яңы түләүҙәр тураһында ла уйлайбыҙ. Тик әгәр был ҡатын ноябрь, декабрь айында аҡса алмаған икән, тимәк, беҙ граждандарға ярҙам итеү өсөн билдәләнгән түләүҙәрҙе алыу буйынса система йә эшләмәй, йә өҙөклөк бар. Тәүҙә ошоно яйға һалырға кәрәк, – тине Владимир Путин.
Мөрәжәғәт итеүсенең Башҡортостандан икәнлеген белгәс, ул беҙҙең етәкселеккә ҡарата үҙ фекерен дә белдерҙе.
– Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән йәш, әүҙем етәксе. Минеңсә, ул әле беҙҙе мотлаҡ ишетә. Эйе, ҡайһы берҙә пособиелар түләүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе бар, мәсьәлә хәл ителер тип уйлайым, – тине ул.
Әйткәндәй, Әлгизә Туҡтарованың мәсьәләһе матбуғат конференцияһы бөтмәҫ элек хәл ителде лә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шунда уҡ төбәктә социаль түләүҙәр системаһын, шул иҫәптән коронавирус пандемияһы осоронда билдәләнгәндәрен тикшерергә ҡушты.
– Бөтә социаль түләүҙәр системаһын тикшерергә кәрәк, бер ниндәй етешһеҙлек булмаҫҡа тейеш. Кешеләр тейешле түләүҙәрҙе тулы кимәлдә алырға хоҡуҡлы, – тине Радий Хәбиров.
Күп тә үтмәне, вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованан рәсми яуап килде.
"Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, беҙ шунда уҡ Әлгизә Туҡтарованың түләүҙәр мәсьәләһенә бәйле проблемаһын хәл итә башланыҡ. Башҡортостан буйынса Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, Күмертау ҡалаһында йәшәгән Әлгизә үҙенә тейешле бөтә түләүҙәрҙе лә ваҡытында алған. Ҡатын белдереүенсә, ул Интернетта балалар өсөн өҫтәмә түләүҙәр бар тип уҡыған һәм шуның тураһында һораған. Ҡабатлап әйтәм, тәғәйенләнгән бар түләүҙәрҙе ул ваҡытында һәм тулы кимәлдә алған", – тине Ленара Иванова.
Читайте нас