Октябрьский ҡалаһындағы “Ҡаршылыҡтарһыҙ” социаль-мәҙәни үҙәгенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләү бүлеге мөдире Татьяна Кетько: ”Пандемия осоронда беҙ ситтә ҡалманыҡ, ә ирекмәндәр рәтенә ҡушылдыҡ”, - тип белдерә.
Улар көн һайын халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең телефон һандарын кешеләргә еткерә, мохтаждарҙың хәлен белешә, шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә һәм тиҙ арала ярҙам юлдарын эҙләй башлай.
Эйе, хәстәргә мохтаждар менән бәйләнеш күпере һалыусы тап улар: Татьяна Кетько, Наталья Аширова, Ольга Емельянова һәм Елена Резчикова. Улар барлыҡ шәхси эштәрен ситкә ҡуйып, ирекмәндәр рәтенә ҡушылған, ҡалала йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләрҙең телефондарын социаль хеҙмәтләндереү үҙәге аша белеп, һәр ҡайһыһының хәлен һорашып сыҡҡан.
Хәйер, был эш яҙҙан, пандемия башланған осорҙан дауам итә, коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡынын ярайһы тәжрибә менән ҡаршылағандар.
Ә тәүге осорҙа “Ҡаршылыҡтарһыҙ” социаль-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре битлек тегеү менән дә шөғөлләнгән. Дүрт меңдән ашыу битлек медицина учреждениеларына, оло йәштәгеләргә тапшырылған.
Үҙәк эшенә “Тэра” йәмғиәте лә ярҙамға килгән: улар коляскалағы 28 инвалид һәм 75 йәшен уҙған ололар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләгән.
Татьяна Кетько әйтеүенсә, уларҙың “Ҡаршылыҡтарһыҙ” үҙәгенә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәр саҡ ихлас ярҙам итеүселәр күп, үҙәк хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, улар ҙа йәмғиәткә йылылыҡ һәм ихласлыҡ менән яуап бирә.
“Беҙ – бергә, беҙ – эргәлә, беҙ фәҡәт яҡшыға ышанабыҙ!” - ти әүҙем ханым.
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.