Социаль мәсьәлә
22 Декабрь 2020, 17:00

Ғинуар башында нисек ял итәсәкбеҙ?

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ғинуарҙа оҙайлы Яңы йыл каникулдары көтә, тип белдерҙеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа – байрам көндәре һанала.
“2021 йылда эш көнө булмаған 2, 3 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2 ғинуарҙағы ял көнө йома булған 5 ноябргә күсерелгән. 3 ғинуар – 31 декабрҙәге йомаға”, – тип белдерҙеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Өҫтәүенә кесе йомала, 31 декабрҙә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, 2021 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 , 8, 9 һәм 10 ғинуары, Яңы йыл каникулдары менән бәйле, эш көнө булмаған байрам һәм ял көндәре һанала.
Йыл һайын бирелгән төп йәки өҫтәмә түләүле отпускка 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар календарь көндәр һаны иҫәбенә индерелмәй.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас