Яңы йыл кәйефе, үҙеңде тик ыңғай ваҡиғаларға көйләү пандемия осоронда иммунитетты нығыта, сөнки кешенең психикаһына күп нәмә бәйле. Был турала психолог Наталья Варская һөйләй.
“Яҡшыға өмөтләнгән кешеләр сит-яттарҙың кәңәшенә мохтаж түгел, сөнки күтәренке кәйеф тыуҙырыу өсөн ниндәйҙер тылсымлы һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙың кәрәге юҡ. Шатлыҡ килтергән әйберҙәрҙе, хәл-шарттарҙы һәр кем үҙе булдыра. Кемгәлер ғаилә менән йыйылып ултырыу ҙа шатлыҡ. Бының өсөн күңел асыу саралары мотлаҡ түгел. Яңы йыл үҙе үк ғаилә байрамы тип иҫәпләнә”, – тигән фекерҙә психолог.
Психолог, яҙыусы Михаил Хорс, пандемия осорондағы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, байрам алды көндәрендә яңы мөмкинлектәр эҙләү, уларҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнергә кәрәк, тип иҫәпләй. “Кире кисерештәрҙе кәметеү, кәйефте күтәреү өсөн хәл-шарттарға ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Яңыса фекер йөрөтөп, тотороҡһоҙлоҡ – насар күренеш түгел, был мәлдә лә күп нәмәгә өлгәшергә була, тип инанған кеше тирә-яҡтағы һәр төрлө үҙгәрештәрҙе лә бер сығанаҡ булараҡ ҡабул итәсәк, һәр мөмкинлектән файҙаланыу сараһын күрәсәк”, – ти ул.
Мәғлүм булыуынса, коронавирус пандемияһына бәйле быйыл илебеҙҙә Яңы йыл осоронда күмәк байрам сараларынан баш тартырға ҡарар ителде.