Социаль мәсьәлә
22 Декабрь 2020, 14:34

Кемгә “Яңы йыл” бонусы бирелә?

Рәсәй Хөкүмәте өлкәндәрҙең ҡайһы бер категориялары өсөн үҙенсәлекле “Яңы йыл” бонусы – пенсияға өҫтәмә әҙерләне. Был турала Пенсия фондынан хәбәр иттеләр.

Рәсәй Хөкүмәте өлкәндәрҙең ҡайһы бер категориялары өсөн үҙенсәлекле “Яңы йыл” бонусы – пенсияға өҫтәмә әҙерләне. Был турала Пенсия фондынан хәбәр иттеләр.


Күптән түгел генә рәсми эшләгән һәм ниндәйҙер хәл-шарттар ар­ҡаһында эш урынын юғалтҡан пенсионерҙар байтаҡ өҫтәмә аҡса аласаҡ. Пенсия өлкән йәштәге кеше эштән бушатылғанға тиклем әүҙем хеҙмәт осорона ҡарап индексациялана.


Ауыл ерендә йәшәгән пенсио­нерҙар өсөн аҡса күләме теркәлгән пенсияның 25 процентын, шул уҡ ваҡытта кәмендә 1420 һум тәшкил итәсәк. Өс кешене ҡараған өлкәндәргә пенсияның 33,3 проценты күләмендә ярҙам күрһәтелә. Был бәлиғ бул­маған ейәндәрен тәрбиәләгәндәргә ҡағыла.


Балалары Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған өлкәндәр ҙә пенсияһына өҫтәмәгә хоҡуҡ­лы. Уларҙың пенсияһының теркәлгән 5686,25 һумлыҡ өлөшө 1895 һумға арта, уға район коэффициенты ла өҫтәлә (һәр төбәктә үҙ өҫтәмәләре бар).


Пенсияһы илдең аныҡ төбәгендә билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән булғандарға махсус өҫтәмә тәғәйенләнә. Ул яңғыҙ йәшәгән өл­кәндәргә генә ҡағыла. Пенсио­нерҙарға магазинда аҙыҡ-түлек алған өсөн иҫәпләшеү мөмкинлеген биргән махсус карталар таратыла. Әле бындай ярҙам сараһы илдең өс төбәгендә генә күрһәтелә. Тамбов һәм Пенза өлкәләрендә картаға 1,8 мең һум күсерелгән, ә Ленинград өлкәһендә – ике мең һум. Тап декабрь урта­һынан кварталлыҡ төбәк өҫтәмәләрен махсус картаға күсереү күҙаллана.


Әйткәндәй, ошондай төбәк өҫтә­мәһе индексацияланған пенсиянан күберәк булған башҡа төбәктәргә даими йәшәргә күскән өлкәндәргә лә декабрҙә аҡса өҫтәп түләнә.


Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең Мәс­кәү эргәһендә фашист илбаҫарҙа­ры­на ҡаршы контрһөжүменең 79 йыл­лығы айҡанлы, Мәскәү пенсионер­ҙарының ҡайһы бер категорияларына 20 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелә торған сумма күсерелә. Был аҡсаны 6300-гә яҡын пенсионер – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды, 1941 йылдың 22 июненән 1942 йылдың 25 ғинуарына тиклем Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашҡан кешеләр, тыл эшсәндәре ала.


Эштән бушатылғандан һуң пенсия күләменә ҡарата аныҡ мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй Пенсия фонды сайтын­дағы шәхси кабинетҡа инергә йәки Пенсия фондының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратырға кәрәк.
Читайте нас