Киләһе йыл Рәсәй пенсионерҙарын өҫтәмә килеме булыу-булмау йәһәтенән тикшермәкселәр. Шулай уҡ “төньяҡ” өҫтәмәһен алғандарҙың йәшәгән урындарын да асыҡлаясаҡтар. Рәсәй Пенсия фонды билдәләгән пенсияны алған, әммә бүтән илдә йәшәгәндәрҙе лә иҫәпләйәсәктәр.
“Был пенсияны һәм башҡа түләүҙәрҙе алыуҙың законлылығын тергеҙеү мөмкинлеген бирәсәк, пенсия системаһы хәлендә лә ыңғай сағылыш табасаҡ”, – тине Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швец.
Мәғлүм булыуынса, Иҫәп палатаһы әлегә тиклем дә ошондай тикшереү саралары ойошторғайны. Улар аҡсаны законһыҙ арттырып түләү, шулай уҡ түләп еткермәү осраҡтарын асыҡланы. “Пенсияның дөрөҫ түләнеү-түләнмәүе ентекле тикшереләсәк, сөнки, бер яҡтан, граждандар тейешле аҡсаның ниндәйҙер өлөшөн алып еткермәй, икенсе яҡтан, Пенсия фондының сығымы арта, ә уны ҡайһы саҡта тулыландырыу мөмкинлеге юҡ”, – тине эксперт.
2021 йылда, тәүге сиратта, өҫтәмә килем алыу-алмауҙы ҡараясаҡтар. Бындай сараларҙы Федераль һалым хеҙмәте, Рәсәй Пенсия фонды йәки социаль яҡлау органдары үткәреүе ихтимал. “Был осраҡта хаҡлы ялдағы кешегә бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, органдар тикшереүҙе үҙаллы үткәрә”, – тип аңлатты эксперт.
Бынан тыш, даими йәшәгән ерҙе лә тикшерәсәктәр. Әлеге сара төньяҡ төбәктәрҙә йәшәп, арттырылған пенсия йәки түләүҙе ышаныс ҡағыҙы буйынса икенсе кеше аша алғандарға ҡағыла. Был осраҡта пенсионер мәғлүмәттәрен раҫлау өсөн Рәсәй Пенсия фондына үҙе мөрәжәғәт итергә тейеш.
Әйткәндәй, Рәсәй Пенсия фонды тәғәйенләгән пенсияны алған, ләкин сит илдә йәшәгән өлкәндәрҙе лә тикшермәкселәр. Улар, йылына бер тапҡыр Рәсәй консуллығына мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренең иҫән-һау икәнлеге тураһында белдерергә тейеш.
“Әлбиттә, граждандар араһында пенсия системаһын, уның ҡағиҙәләрен, түләүҙәр тәртибен аңлап етмәүселәр ҙә бар. Берәүҙәр ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн Пенсия фондына ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итергә мәжбүр, икенселәр иһә, үҙҙәре лә белмәҫтән, аҡсаны арттырып ала, – тине Людмила Иванова-Швец. – Тикшереү һөҙөмтәһендә өҫтәмә аҡса түләнергә тейешле кешеләр асыҡланасаҡ, шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәргә законһыҙ алынғанды фондҡа кире ҡайтарырға тура киләсәк. Уның ҡарауы, артабан пенсия аҡсаһы буйынса дәғүәләр һәм мөрәжәғәттәр кәмеп ҡаласаҡ”.
Әйткәндәй, Иҫәп палатаһы Рәсәй Пенсия фондындағы персоналаштырылған иҫәп-хисап системаһында граждандарҙың пенсия хоҡуғын боҙоуға килтергән хаталарҙы асыҡлағайны. Контроль ведомствоһының 2017 – 2019 йылдарҙа Пенсия фонды эшмәкәрлеген тикшереү тураһындағы отчетында билдәләнеүенсә, бер үк кешегә ике һәм унан күберәк иҫәп асылған, йәнә бер СНИЛС бер нисә гражданға бирелгән.