Социаль мәсьәлә
22 Декабрь 2020, 14:42

Килеме аҙ булғандарға – өҫтәмә

Яңы льготаға 55 – 60 йәшлек пенсионерҙар хоҡуҡлы. Төбәктәрҙә өлкәндәр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләнә. Ҡайһы берәүҙәргә, мәҫәлән, 500-әр һум таратырға ҡарар ителде, ләкин льготаға эйә булғандар билдәле бер талаптарға яуап бирергә тейеш.

Мәҫәлән, Түбәнге Новгород өлкәһендә пенсионерҙарға юл хаҡын компенсациялайҙар. Аҡсаны электрон льготалы юл йөрөү документтары балансына күсерәләр. Шул уҡ ваҡытта сикләү ҙә бар – күсерелгән сумма айына 500 һумдан артмаҫҡа тейеш.

Бындай льготаға граждандарҙың бер нисә категорияһы хоҡуҡлы. Улар иҫәбенә ҡартлыҡ буйынса, ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсия тәғәйенләнгән кешеләр, 1962 йылда Кариб көрсөгөн яйға һалыуҙа ҡатнашҡан яугир-интернационалистар, страховка стажына эйә булған 55-60 йәшлек, ул юҡ икән, 60-65 йәшлек граждандар инә. Компенсация уртаса айлыҡ килеме 24662 һумдан артмаған пенсионерҙарға бирелә. Йәнә бер мотлаҡ шарт – граждан ниндәй ҙә булһа федераль йәки төбәк өҫтәмәһе алмаҫҡа тейеш. Түләүҙе пенсионерҙар 2021 йылдың 1 ғинуарынан ала.

Әлегә тиклем Рәсәй пенсионерҙарына ғинуар өсөн пенсияны 2021 йыл башланғанға тиклем үк таратыу мөмкинлеге тураһында белдергәйнеләр. Иҡтисадсылар түләүҙәрҙә хата китеү ихтималлығы хаҡында иҫкәртә.

Фото: orenday.ru
Читайте нас