Социаль мәсьәлә
22 Декабрь 2020, 14:32

Ковидҡа бәйле льготалар ҡарала

Медицина хеҙмәткәрҙәренә – ваҡытынан алда пенсия.

Илдең Хеҙмәт министрлығында ла, Дәүләт Думаһында ла хеҙмәт ҡануниәтенә төҙәтмәләр әҙерләнә. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә хаҡлы ялға алдан сығыуҙы рөхсәт итмәкселәр. Был турала “Берҙәм Рәсәй” партияһынан белдерҙеләр.


Йәмәғәтселек фекерен өйрәнәләр


Рәсәй Хеҙмәт министрлығында сирле кешеләр менән эшләгән табиптар өсөн льготалы стаж тураһындағы ҡарар әҙер. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әле документ Хөкүмәттә ҡарала. Дәүләт Думаһының хеҙмәт буйынса профилле комитетында һәм башҡа фракцияларҙа был тәҡдим хупланды. Хәүеф өсөн түләнергә тейеш, тигән фекерҙә парла­ментарийҙар һәм эксперттар.
Мәғлүм булыуынса, әле “Берҙәм Рәсәй” партияһында COVID-19 менән ауырығандарҙы дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәрен хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығарыу тәҡдиме тикшерелә. Бындай башланғыс Омск өлкәһенән килде. Улар эпидемияға ҡаршы көрәшкән табиптарҙы Чернобыль фажиғәһендә зыян күргәндәр өсөн билдәләнгән алым буйынса пенсияға сығарыуҙы тәҡдим итте. “Берҙәм Рәсәй” быйыл йәй ойошторған хеҙмәт ҡануниәтенә үҙгә­рештәр буйынса йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү барышында ошондай фекер яңғыраны.
– Әлеге башланғыс, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе аппараты етәксеһе Жанна Одинцова.
Уның әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” рәйесе ҡануниәттәге үҙгәрештәр мөмкин тиклем күберәк граждандарҙың фекерен иҫәпкә алһын, ә яңы Хеҙмәт кодексы ысын мәғәнәһендә халыҡ законына әүерелһен өсөн эксперттарҙың ғына түгел, ябай кешеләрҙең дә ҡарашын өйрәнеү бурысын ҡуйҙы. Партияның йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһе яҡын арала Хеҙмәт кодексына “ситтән тороп эшләү” шарттарына ҡағылышлы төҙәтмәләр индереү буйынса бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү сараһын ойоштора.
– Был башланғыс Хеҙмәт кодексына ситтән тороп эшләү тураһындағы төҙәтмәләргә туранан-тура ҡағылмай. Әммә төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр, шул иҫәптән Омск өлкәһе башланғысы, иғтибар менән өйрәнеләсәк, – тине “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаев.


Хәүефле һөнәрҙәр бар


Дәүләт Думаһы шулай уҡ Хеҙмәт кодексына ситтән тороп һәм дистанцияла эшләүгә ҡағылған төҙәтмәләрҙе ҡараясаҡ. Думаның хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре буйынса профилле комитетында ла был башланғыс ыңғай ҡабул ителгән.
– Хеҙмәт кодексына ярашлы, беҙҙә хәүефле һөнәрҙәр бар. Пенсия реформаһы барғанда хеҙмәткәрҙәрҙең был категорияһы өсөн хаҡлы ялға сығыуҙың льготалы тәртибе һаҡланып ҡалды. COVID-19 шарттарында эшләү ҙә хәүеф менән бәйле. Мәғлүм булыуынса, күп кенә медицина хеҙмәткәрҙәре сир йоҡтороп ауырыны, һаулығына етди зыян килде, ҡайһы берҙәре вафат булды. Дөйөм алғанда, уларҙы ваҡытынан алда пенсияға ебәреү тәҡдимен хуплайым, – тине комитет етәксеһе Ярослав Нилов.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ведомство ошондай медицина хеҙмәт­кәрҙәре өсөн ташламалар тураһында ҡарар әҙерләгән, ләкин унда хаҡлы ялға ваҡытынан алда ебәреү тураһында түгел, ә коронавирус йоҡторған ауырыуҙар менән эшләгән өсөн стаж хаҡында һүҙ бара. Министрлыҡтың тәҡдиме буйынса табиптарҙың ошондай бер эш көнө өс көнгә иҫәпләнергә тейеш. Документҡа ярашлы, эш биреүселәр Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдарына COVID-19 диагнозы раҫланған йәки ошо сирҙе йоҡтороу ихтималлығы булған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге тура­һында мәғлүмәт тапшырырға тейеш.
– Президенттың коронавируслы сирлеләр менән эшләгән осорҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең эш стажын льготалы иҫәпләү буйынса күрһәтмәһен үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡарар проектын әҙерләне. Әле документ Хөкүмәттә ҡарала, – тип белдерҙеләр ведомство­ның матбуғат хеҙмәтенән.
Владимир Путин табиптарға ошондай ташлама тураһындағы күрһәтмәне 11 майҙа уҡ, йәғни Рәсәйҙә пандемия ныҡлы башланғас биргәйне. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, илебеҙҙә коронавирустан мең тирәһе медицина хеҙмәткәре вафат булған.


Барыһы ла хуплаясаҡ


Парламенттағы башҡа фракциялар “Берҙәм Рәсәй”ҙең башланғысын ҡабул итергә әҙер.

– Был тәҡдимде бөтә партиялар ҙа яҡлар, тип уйлайым, – тине КПРФ фракцияһы рәйесе урынбаҫары Валентин Шурчанов. – Табиптар, ысынлап та, ауыр һәм хәүефле шарттарҙа эшләй. Улар, сәләмәтлеге өсөн ниндәй эҙемтәләр булыуын белмәҫтән, алғы һыҙыҡҡа баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре вафат булды.
Был табиптарҙың барыһы ла хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығырға хоҡуҡлы, тигән фекерҙә парламентарий. “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Михаил Емельянов та уның ҡарашы менән тулыһынса килеште.
– Улар, һис шикһеҙ, өҫтөнлөктәргә лайыҡ, сөнки халыҡтың һаулығын хәстәрләп, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйҙы, ҡаһарманлыҡ ҡылды. Ә был дәүләт тарафынан дәртләндерелергә тейеш, шуға күрә был тәҡдим хаҡ һәм уны хупларға кәрәк, – тине ул.
Сәйәси эксперт төркөмө етәксеһе Константин Калачев коронавирус сирен йоҡторғандар менән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ташламалар тураһындағы башланғыстың ҡабул ителеренә инана. Уның әйтеүенсә, был табиптарҙы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатна­шыусыларға тиңләргә мөмкин, мәҫәлән, Афғанстанда хеҙмәттең бер йылы ике йылға һаналғайны. Шул уҡ ваҡытта стаж эпидемиологик хәл срогына бәйле булырға тейеш, сөнки Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сир оҙайлылығы төрлөсә, тигән фекерҙә эксперт.
Читайте нас