Социаль мәсьәлә
22 Декабрь 2020, 14:44

Мәхрүм ҡалмайым тиһәң...

Өлкән йәштәге граждандарға ҡартлыҡ буйынса түләүҙәрҙән мәхрүм ҡалмау өсөн мөһим шартты үтәргә кәрәк.

Өлкән йәштәге граждандарға ҡартлыҡ буйынса түләүҙәрҙән мәхрүм ҡалмау өсөн мөһим шартты үтәргә кәрәк.


Рәсәй Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, 31 декабргә тиклем пенсионерҙарға “Мир” картаһын алыу мотлаҡ. Был әле пенсияны һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе MasterCard йәки Visa иҫәбенә алған өлкәндәргә ҡағыла. 2021 йылдың 1 ғинуарынан аҡса милли түләү системаһы картаһына ғына күсерелә.


Әгәр киләһе йылдың 1 ғинуарында пенсионерҙың милли түләү системаһы картаһы юҡ икән, социаль түләү банк тарафынан Пенсия фондына кире ҡайтарыла, тип иҫкәрттеләр Пенсия фондынан.


“Мир” картаһын банктан алырға мөмкин. Белгестәр ҡайһы бер кредит ойошмаларында картаны алмаштырғанда иҫәп реквизиттарының үҙгәреү ихтималлығына иғтибарҙы йүнәлтә. Был осраҡта пенсионерға ошо турала Пенсия фондына хәбәр итергә кәрәк. Аҡсаны һаҡлыҡ кенәгәһенә күсергәндәр йәки почта бүлексәһе аша алғандар өсөн түләү тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡала.


Шул уҡ ваҡытта декабрь өсөн пенсияны ваҡытынан алда таратыуҙары тураһында ла белдергәйнеләр. Был аҡсаһын почтала алғандарға ҡағыла.


Фото: newsua.ru
Читайте нас