Рәсәйҙә хаҡлы ялдағы һәр бишенсе кеше пенсияға сыҡҡас та эшләүен дауам итә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының сайтында хәбәр ителеүенсә, өлкәндәрҙең социаль-иҡтисади хәлен күҙәтеү тураһындағы мәғлүмәттәр ошо турала һөйләй.
“Рәсәй Пенсия фонды системаһында иҫәптә торған дөйөм пенсионерҙар күләмендә эшләп йөрөгәндәрҙең өлөшө 2020 йылдың 1 ғинуарына 19,6 процент тәшкил иткән. Былтыр ошо уҡ датаға был күрһәткес 19,4 процент булған. Тимәк, хаҡлы ялға сыҡҡас та һәр бишенсе кеше эшләүен дауам итә”, – тиелә был мәҡәләлә.
Шул уҡ ваҡытта эш эҙләп мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәндәр Владимир, Калуга, Смоленск, Мәскәү өлкәләрендә һәм Хабаровск крайында бигерәк тә күп, ә бына Ингушетияла, Чечняла, Ҡабарҙа-Балҡарҙа һәм Дағстанда был күрһәткес иң түбәне.