Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Социаль мәсьәлә
23 Декабрь 2020, 12:00
“Сабыйҙар бер-береһен онота башлағайны...”
Дүрт бала әсәһе наркотиктар таратҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылып төрмәгә эләгә. Сабыйҙарҙың атаһы ла ошо уҡ юлды ҡабатлай...
Бер ғаиләлә үҫкән, әммә иңдәренә төшкән әсе яҙмыш һөҙөмтәһендә айырылырға мәжбүр булған балалар йәнә бергә! Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Үткән йылдың көҙөндә дүрт бала әсәһе наркотиктар таратҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылып төрмәгә эләгә. Сабыйҙарҙың атаһы ла ошо уҡ юлды ҡабатлай. Өлкән балаларҙың атаһы иһә алимент түләмәү өсөн уларҙан баш тарта. ”Һөҙөмтәлә сабыйҙар мәктәпкәсә белем биреү ойошторолған балалар йортона эләгә. Ә өлкән балаларҙы ҡайҙа урын бар, шунда урынлаштыралар. Йәғни тәрбиәләнеүселәрҙең һанын дәүләт заданиеһындағы күрһәткестәргә еткереү өсөн. Сөнки уны үтәмәгәндә учреждениеға бүленгән аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәк! Бер йылдан ашыу күрешмәгән балалар инде бер-береһен онота башлаған була. Өләсәйҙәре мөрәжәғәт иткәс кенә, ошо хәл хаҡында белдек. Хәҙер балаларҙың бөтәһе лә, апалары өс ҡустыһы менән, бер ғаилә үҙәгендә,” - тип хәбәр итә министр.
Уның әйтеүенсә, 2021 йылдан балалар йорттарында йән башына ҡарап финанслау бөтөрөләсәк. Социаль учреждениелар төркөм һанына ҡарап тәьмин ителәсәк. Ленара Иванова әйтеүенсә, был бер ғаиләлә үҫкән балаларҙы бергә ҡалдырыу мәсьәләһен хәл итәсәк. “Пландар һәм күрһәткестәр артынан ҡыуыуҙы туҡтатып, республикала дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде”, - тигән һығымта яһаған министр.
Ленара Иванова фотоһы.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"