Өфөнөң Дим районында “Балаларға Яңы йыл бүләк ит!” тип аталған байрам акцияһы башланды. Баш ҡаланың предприятие һәм ойошмалары, мәктәп, ҡала хакимиәте етәкселәре сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн мөғжизәле сара ойошторҙо, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап бүләктәр тапшырҙы.
113-сө мәктәп директоры Олеся Желтова Ҡыш бабайҙы һәм спонсорҙарҙы эйәртеп, тәүҙә Ульяна йәшәгән йортҡа йүнәлде. Ҡыҙҙы татлы ризыҡтар, бүләктәр менән ҡыуандырғас, 1-се класта уҡыған Марияға һанлы техника магазинына сертификат тапшырҙы. 16 йәшлек үҫмер Виталий Назаров Ҡыш бабай ҡулынан эллипсоидлы тренажер алды. Балаларҙың теләктәрен Дим районы хакимиәте эргәһендәге Йәмәғәтселек советы, “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” һәм С. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тормошҡа ашырҙы.
161-се мәктәп директоры Гөлнара Ғимаҙетдинова спонсорҙар менән берлектә Кира Крылованы Яңы йыл менән ҡотлап, матур бүләктәрен тапшырҙы. Үҙҙәренә күрһәтелгән ҙур иғтибарҙан балалар бик ҡәнәғәт. Бүләктәр ҙә бына тигән!