Социаль мәсьәлә
24 Декабрь 2020, 07:00

Ете сабый йортло булды

Октябрь айында Әлиә Рәхмәтуллинаның өйө янып бөткәйне.

Балаҡатай районының Кәркәй ауылында йәшәгән күп балалы ғаиләнең йортонда октябрь айында янғын сыға. Бәләнең сәбәбен электр үткәргесенең төҙөк булмауында күрәләр.
Әлиә Рәхмәтуллина ете бала тәрбиәләй. Йортҡа республика программаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бүлгән янғынды иҫкәртеүсе өс автономлы ҡулайлама ҡуйылған була. Улар янғын сығыуын хәбәр итә.
Күп балалы ғаиләне тәүҙә күршеләре үҙенә һыйындыра. Аҙаҡ әсәләре рөхсәте менән өлкәндәрен ваҡытлыса Урғалы ауылындағы социаль приютҡа урынлаштыралар.
Ғаиләгә йорт һатып алыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республика Хөкүмәте ярҙам итә. Торлаҡ һатып алыу өсөн 650 мең һум аҡса бүленә.
“Тәү сиратта Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, район һәм ауыл хакимиәттәре етәкселәренә, хәйриә фондына, эшҡыуар Дмитрий Топычкановҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ағалы-ҡустылы Хәсәновтарға,ауылдаштарға, райондың опека һәм попечителлек бүлегенә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт!" - ти күп балалы әсә.

Фото:”Башинформ”.

ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan

Читайте нас