Социаль мәсьәлә
24 Декабрь 2020, 19:55

Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре – икенсе урында

Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская халыҡтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мөрәжәғәттәрен ҡарауға йомғаҡ яһаны.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская быйыл халыҡтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәрен ҡарауға йомғаҡ яһаны.
"2018 йылдың октябренән, “Инцидент менеджмент” системаһы эшләй башлағандан алып, мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта ине: 2018 йыл аҙағында бер мең мөрәжәғәт булһа, 2019 йылда – 5359. Быйыл иһә улар икеләтә күбәйҙе – социаль селтәрҙәрҙә 10379 мөрәжәғәт, – тине Елена Прочаковская. – Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау темаһы икенсе урынға сыҡты, бер йыл элек кенә был мәсьәләләр туғыҙынсы баҫҡысты биләй ине. Халыҡ дарыуҙар, табиптар етмәүгә, дауалау учреждениеларының эш тәртибенә зарлана. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә урындарҙан килгән иң киҫкен мәсьәләләр буйынса ваҡытында сара күрелде. Ноябрҙә хәл-ваҡиғалар үҙәген асыу ҙа һөҙөмтәле булды".
Идаралыҡ етәксеһе билдәләүенсә, байтаҡ проблемалар системалы хәл ителде. Мәҫәлән, 2021 йылда республиканың Медицина-генетика хеҙмәте өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн стоматология ярҙамы тәьмин итеү йәһәтенән эште дауам итеү зарур.
"Социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү эшебеҙҙең һөҙөмтәһен сағылдыра, – тине Радий Хәбиров. – Йүнәлештәрҙе асыҡ күрәбеҙ. Был беҙгә республика халҡын борсоған көнүҙәк проблемаларға иғтибарҙы туплау мөмкинлеген бирә".
Фото: sobkor02.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас