Социаль мәсьәлә
25 Декабрь 2020, 19:30

Афарин: һынатманылар!

Миҙалдар һаны буйынса был сарала Башҡортостан һигеҙенсе урынды алды: 10 миҙал яуланды.

25 декабрҙә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында IV “Абилимпикс” инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса милли чемпионат еңеүселәрен һәм призлы урындарҙы яулағандарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова чемпионат еңеүселәренә, призлы урындар яулағандарға миҙалдар, дипломдар тапшырҙы.
Милли чемпионатта Башҡортостан намыҫын 51 ҡатнашыусы (30 студент, 18 уҡыусы, 3 белгес) 34 компетенцияла яҡланы. Сарала илдең 81 төбәгенән барлығы ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Командабыҙ өсөн ярыштар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен ҡалаларындағы колледждарҙа 12 майҙансыҡта үткәрелде.
Миҙалдар иҫәбе буйынса был сарала Башҡортостан һигеҙенсе урынды алды. 10 миҙал, шул иҫәптән ике алтын, ике көмөш, алты бронза, тағы өс призлы урын яуланылар.
Ленара Иванованың белдереүенсә, 2020 йылда өлгәшелгән уңыштар – конкурста ҡатнашҡандарҙың һәм уларҙы ошо сараға әҙерләгәндәрҙең планлы, эҙмә-эҙлекле эше. Шулай уҡ был күрһәткестәрҙә урта профессиональ белем биреү системаһы хеҙмәте лә сағылыш тапҡан.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, IV “Абилимпикс” инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса милли чемпионатында еңеүселәргә, призлы урын яулағандарға, тағы уларҙы ошо сараға әҙерләгәндәргә матди дәртләндереү сараһы ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Читайте нас