Социаль мәсьәлә
25 Декабрь 2020, 20:55

Балалар ҡыуанысы – иң ҡиммәтлеһе

“Теләктәр шыршыһы” акцияһында - билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.

Бөгөн, “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов бәләкәстәрҙең теләктәрен үтәүсе тылсымсы ролен башҡарҙы.
Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан алты шарҙы алып, акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәрен билдәләне һәм уларҙы Яңы йылға тиклем үтәргә вәғәҙә бирҙе.
“Башҡортостандың билдәле шәхестәренең балаларға бәйле проекттарҙа ихлас ҡатнашыуы – шатлыҡлы күренеш”, – ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Быйыл “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы 5 декабрҙә башланды. Республикала ул 27 декабргә тиклем дауам итәсәк, етем һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыуға арналасаҡ.
“Был проектҡа ҡатнашлығы булған барыһына ла рәхмәт. Беҙ бәләкәстәрҙең теләктәрен тормошҡа ашырыуға бик шатбыҙ, балалар ҡыуанысы – иң ҡиммәтле ғәмәл”, – тип билдәләне Асҡар Абдразаҡов.
Акцияға ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргәсә ҡабул ителгән, Башҡортостандан ғаризалар һаны 500-гә еткән. Улар 28 феврагә тиклем тормошҡа ашырыласаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас