Социаль мәсьәлә
26 Декабрь 2020, 19:00

Ҡарт көнөндә ишек төбөндә...

Подъезда төн үткәргән өлкән йәштәге кешегә полиция хеҙмәткәре Айрат Байсурин йәнә фатирына инергә булышҡан, тик...

Өфөлә фатирынан ейәнсәре тарафынан ҡыуып сығарылған пенсионерға ирекмәндәр һәм 23 йәшлек участка полицейскийы Айрат Байсурин ярҙам иткән. Кеше ҡайғыһына битараф булмаған изгелекле кешеләр барлығы һөйөндөрә.
Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән 65 йәшлек Леонид Федоров ғүмер буйы слесарь булып эшләгән. Фатирында ҡатыны менән донъя көткән, ейәнсәре лә улар эргәһендә йәшәгән. Ир - 2-се төркөм инвалиды, инсульт кисергән, башҡа сирҙәре лә бар. Тик хәләл ефете ауырып китеп, иренә иғтибар итмәй башлаған.
Ейәнсәренә шул ғына кәрәк булған, күрәһең. Нисек тә олатаһын йортҡа индермәү, унан ҡотолоу өсөн тырышҡан. Ҡартҡа ишек төбөндә йоҡлап йөрөүҙән башҡа әмәл ҡалмаған. Күршеләре уны йәлләп ашатырға тырышҡан.Шулай ҙа күп ваҡыт уға сүп-сар өйөмөндә эҙләнергә, башҡа асарбаҡтар менән ыҙғышырға тура килгән. Ҡарттың ҡыҙғаныс көнитмеше тураһындағы хәбәр полицияға ла еткерелгән.
Полиция хеҙмәткәре Айрат Байсурин тәүге тапҡыр пенсионерға фатирына инергә ярҙам иткәндән һуң, ҡарт оҙаҡ ҡына үҙ йортонда йәшәй алған. Тик ноябрь айында уны йәнә ҡыуып сығарғандар. Подъезда төн үткәргән өлкән кешегә полиция хеҙмәткәре йәнә фатирына инергә булышҡан, тик унда йәшәү мөмкинлеге булмауын яҡшы аңлаған.
Участковый күңелһеҙ ваҡиғанан сығыуҙың башҡа юлын эҙләмәксе була, сөнки көн дә бабайҙы өйөнә индереү өсөн насар мөнәсәбәт хөкөм һөргән йортҡа барып йөрөүҙең мәғәнәһеҙлегенә төшөнә. Полицейский ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм бергәләп пенсионер өсөн йәшәү урыны эҙләй башлайҙар.
Ниһайәт, күмәк көс менән мәсьәлә хәл ителә,бабайҙы йыуындырып, тәртипкә индергәндән һуң, документтарын әҙерләп, Дыуан районындағы интернатҡа урынлаштыралар. Леонид Владимирович үҙенә ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтле!
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас