Социаль мәсьәлә
27 Декабря 2020, 15:30

“Ирҙәргә был көндө ҡатындары менән бергә үткәрергә тәҡдим итәм...”

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы проектында ҡатнашты.

“Йәкшәмбе – минең өсөн ғаилә көнө. Әгәр был көндө, әлбиттә, ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәһә йәки эш буйынса айырыуса хәл килеп сыҡмаһа, үҙемә һәм хеҙмәттәштәремә эшләргә рөхсәт итмәйем”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы проектында.
Республика етәксеһе ҡатыны, “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе”нең авторы, проектҡа идеялар йәһәтенән илһам биреүсе һәм куратор Каринэ Хәбирова менән бергә проект майҙансығында булды.
“Ирҙәргә был көндө ҡатындары менән бергә үткәрергә тәҡдим итәм. Бөгөн – беҙҙең ғаиләбеҙ менән сығыуыбыҙ. Ял көндәрендә ашарға әҙерләргә яратам һәм был эште ҙур ихласлыҡ менән башҡарам. Был – миңә үҙенә күрә күңел тыныслығы бирә. Ашарға әҙерләгәндә, баштағы барлыҡ кәрәкмәгән уйҙар юҡҡа сыға. Был – үҙенә күрә медитация, тип әйтергә мөмкин. Ысынлап та, ашарға әҙерләргә ныҡ яратам һәм икенсе ғүмерҙә, моғайын, ашнаҡсы булыр инем. Бәләкәй генә хыялым бар: ҡартайған көндә ашарға әҙерләү менән бәйле шөғөл табырға теләйем. Был – бик яҡшы эш”, – тине Радий Хәбиров проектты алып барыусыларҙың һорауҙарына яуап биргәндә.
Башҡортостан Башлығы өйҙәге башҡа эштән, мәҫәлән, һауыт-һабаны йыуыуҙан ситләшмәүе хаҡында әйтте. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, быны ул һирәк эшләй.
“Каринэ миңә, был – ирҙәр эше түгел тип, быны эшләргә тыйһа ла, ирҙәрҙең ҡатындарына ярҙам итеүенең бер ниндәй ояты юҡ. Хеҙмәт көнөнән һуң, ирҙең диванда ултырыуы ғәҙел үк түгел. Ә уның эштән арып ҡайтҡан ҡатыны йүгерә, ашарға әҙерләй, йыйыштыра. Ғәҙел ҡараш булырға тейеш. Ғаиләлә мөхәббәт бар икән, барыһы ла тәбиғи рәүештә эшләнә”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе – мәрхәмәтлелек проекты. Ул республикалағы гүзәл заттарҙың үҙҙәрен ижади һәм социаль йәһәттән тормошҡа ашырыуы өсөн берекмә ойоштороуға йүнәлтелгән. Проект аша ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен, һәләттәрен күрһәтә, фекерҙәштәр аҡса эшләүҙең яңы юлын таба, ғаиләһенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала.
Әйткәндәй, халыҡ күпләп ҡатнашҡан сараларҙы сикләү сәбәпле, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты үҙенең форматын үҙгәртте һәм бөгөн ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһында өс сәғәтлек телемарафон рәүешендә үтте.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас