Социаль мәсьәлә
28 Декабрь 2020, 07:52

Ирекмәндәр рәтендә төрлө кешеләр бар

Республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсус иҫкәртмә брошюраһы донъя күрҙе.

Мәғлүмәти сығанаҡ ойошмалар, шулай уҡ фатирҙарға оло йәштәгеләргә ярҙам итеү өсөн барған ирекмәндәр аша тара­тыласаҡ.
Иҫкәртмәлә сирләп китмәҫ өсөн үҙ-үҙеңде нисек тоторға икәнлекте, кемдәргә бушлай дарыуҙар тейешлеген, уларҙы нисек юлларға һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуаптар бар. Шулай уҡ, унда сирҙең тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәндә, нимә эшләргә кәрәклеге лә ябай ғына итеп аңлатылған, барлыҡ “ҡыҙыу элемтә” телефондары бирелгән.
Брошюра “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында донъя күргән, тиражы 300 мең дана тәшкил итә.
Әйткәндәй, баш ҡалала оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек тупланмаларын алып барғанда ирекмәндәр менән берлектә иҫкәртмәне Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин да таратышҡан. Ул оло йәштәге граждандарға ҡурсаланыу режимы 31 декабргә тиклем дауам итәсәген иҫтәренә төшөргән.
Данира Әхмәтова киләһе йыл 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡурсаланыу режимын тота. Ул ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Рәмзил Ишһарин шәхсән рәүештә ул һораған кәрәк-яраҡ һәм буклет килтереп киткән.
Руза Гәрәева быйыл 70 йә­шен билдәләгән. Ул – беренсе төркөм инвалиды, урамға сығып йөрөй алмай. Йорт эсендә һеңлеһе ярҙамлаша. Улар ҙа ирекмәндәрҙән хәстәр күргән.
“Бөгөн ирекмәндәр рәтендә депутаттар, эшҡыуарҙар һәм республикалағы битараф бул­ма­ған төрлө кешеләр бар. Пандемияны еңеребеҙгә ышанам, ул үтер, әммә ирекмәнлек һәм үҙ-ара ярҙам рухы тороп ҡалыр”, – ти Рәмзил Ишһарин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 65 йәштән өлкәнерәктәр әлеге осорҙа өйҙә ултырырға тейеш. Уларға иртәнге 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин: ике сәғәт эсендә магазинға, дарыуха­наларға һәм тормош ихтыяжы булған башҡа урындарға бара алалар. Бынан тыш, мотлаҡ битлек кейеү тәртибе һаҡлана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге үрҙә телгә алынған категория граждандарына даими ярҙам сараларын тормошҡа ашыра.
Ярҙамға мохтаждар “ҡыҙыу элемтә” телефонына шылтырата ала: 8-800-201-89-03.
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорау­ҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөм­кин: 8(347) 218-19-19.
Читайте нас