Ҡыйғы районындағы башҡорт ауылы Ҡолбаҡ матур тәбиғәт ҡосағында, Әй йылғаһы ярында урынлашҡан. Әле унда 94 хужалыҡ бар, бөтәһе 280 кеше йәшәй. Ошо көндәрҙә ҡолбаҡтар ҙур ҡыуаныс кисерҙе – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы бойомға ашырылған “Беренсе медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Ҡолбаҡтар фельдшер-акушерлыҡ пунктының яңы бинаһын түҙемһеҙлек менән көтөп алған, сөнки быға тиклем медицина ярҙамы талаптарға яуап бирмәгән ағас бинала күрһәтелгән. Хәҙер иһә бөтәһе 71,48 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән медицина пункты тирә-яҡҡа йәм таратып, балҡып ултыра.
Заман талаптарына яуап биргән бинала эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, тейешле инструменттар һәм ҡорамалдар менән дә тәьмин ителгән. Бында беренсе медицина-санитария, шул иҫәптән акушер-гинекология өлкәһендә лә ярҙам күрһәтеләсәк, медицина анализдары ошонда уҡ алынасаҡ. Тик бер мәсьәлә бар – фельдшер юҡ, проблеманы хәл итеү өсөн эш алып барыла. Әлегә ҡолбаҡтарға ярҙам күрһәтеү бурысы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире вазифаһын башҡарған Гөлшат Рафит ҡыҙы Фазлетдиноваға йөкмәтелгән.
Яңы бинаны асыу тантанаһында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, район Советы рәйесе Илдар Солтанов, район дауаханаһының баш табибы Ирина Әминева, Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы Вадим Сәйфуллин, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов ҡатнашты.
– Халыҡты һәр кем файҙалана алған медицина ярҙамы менән тәьмин итеү – ауылда уңайлы көнкүреш шарттары булдырыуҙа төп талаптарҙың береһе. Ҡолбаҡ ауылы халҡын ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайым, сәләмәтлек теләйем, яңы ФАП-та медицина ярҙамы алыу уңайлы булһын. Ошо бинаны төҙөүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика етәкселегенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҙур рәхмәт, – тине Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
“Башҡортостан энциклопедияһы” мәғлүмәттәре буйынса, Ҡолбаҡ Арыҫлан ауыл биләмәһенә ҡарай. Унда 1906 йылда – 500 кеше, 1920 – 403, 1939 – 482, 1959 – 461, 1989 – 315, 2002 – 312, 2010 йылда 322 кеше йәшәгән. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылда эш булмағас, йәштәр ҙә ҡалмай.
Тарихына күҙ һалғанда иһә, ауылға Троицк өйәҙе Әйле улысы башҡорттары нигеҙ һала, 1786 йылдан алып билдәле. Шулай уҡ Сатай исеме менән теркәлгән. 1795 йылда 25 йортта 145 кеше йәшәгән, 1865 йылда 48 йортта – 283 кеше. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ – төп шөғөлдәре. 1845 йылда мәсет төҙөлгән, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, урыҫ-башҡорт министрлыҡ мәктәбе, бакалея һәм мануфактура кибете теркәлгән.