Мәктәптәрҙә балаларҙың дөйөм туҡланыу мәсьәләһе республика етәкселегенең даими иғтибар үҙәгендә тотола. Был аңлашыла, йәш быуындың сәләмәтлеге, физик үҫеше, тормош әүҙемлеге уның тулы ҡиммәтле туҡланыуына туранан-тура бәйле. Шуға ла балалар табынына ҡуйылған ризыҡтар яҡшы сифатлы һәм юғары оҫталыҡ менән әҙерләнгән булырға тейеш.
Мәктәптәрҙә дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу буйынса бай тәжрибә туплаған һәм был йәһәттән республикала өлгө булып торған “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы нәҡ шундай маҡсат ҡуйып эшләй. Быға нисек өлгәшелә һуң? Был һорауға яуап табыу өсөн Мәләүез кооператорҙарының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышайыҡ.
Предприятие сауҙа, әҙерләүҙәр, етештереү һәм эшкәртеү буйынса “Башпотребсоюз” тармағында алдынғы һанала. Һәр өлкәлә лә күрһәткестәр йылдан-йыл үҫә бара. Быға улар хәҙерге заман технологияларына ҡоролған етештереү һәм сауҙа предприятиелары булдырыу, дөйөм туҡланыу селтәрен үҫтереү, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен күтәреү юлы менән ирешә. Быйыл предприятие эшмәкәрлегенең тулайым күләме 210 миллион һумдан күберәк буласаҡ тип көтөлә. Алдағы өс йылда был күрһәткесте 250 миллион һумдан арттырыу маҡсатын ҡуйғандар. Миллиондар коллективтың фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Дөйөм, шул иҫәптән социаль туҡланыу предприятие эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлеш булып тора.
Мәләүез кооператорҙары бынан ун биш йыл элек тармаҡта тәүгеләрҙән булараҡ ҡала мәктәптәрендә һәм интернаттарҙа дөйөм туҡланыуҙы ойоштора башлай. Башланғыс осорҙа туранан-тура килешеүҙәр буйынса эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта, федераль законға ярашлы, конкурс һөҙөмтәләре буйынса дөйөм белем биреү учреждениелары менән контракт нигеҙендә эшмәкәрлек итәләр. Уларҙың эшмәкәрлеге оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән, сөнки йәмғиәт 2021 – 2022 йылдарға ҡаланың ун дөйөм белем биреү учреждениеһында һәм ике интернатта уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу буйынса электрон сауҙаларҙа муниципаль контракт төҙөү хоҡуғын яулаған. Был – осраҡлы еңеү генә түгел, ә коллективтың ошо йүнәлештә тиҫтәләрсә йыл дауамында уңышлы эшмәкәрлегенә юғары баһа һәм оло ышаныс.
Балаларҙы туҡландырыу – айырыуса яуаплы эш. Предприятие әлеге ваҡытта 6427 уҡыусының, шул иҫәптән интернаттағы 98 баланың көнөнә биш тапҡыр туҡланыуын ойоштора. Йылы аш туранан-тура урындарҙа бешерелә. Был эшкә тәжрибәле һөнәр оҫталары йәлеп ителгән. Мәктәп ашханаларына юғары һәм урта махсус белемле технологтар, 5-6-сы разрядлы поварҙар етәкселек итә. 4-се мәктәп ашханаһының ашнаҡсы-бригадиры Лилиә Тимерәева “Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Ашнаҡсылар производство контроле программаһы буйынса эшләй, әленән-әле республика “Уҡыу-курс комбинатын”да һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштыра. Уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыуы йәш төркөмдәренә ҡарата витаминдарға тәүлеклек ихтыяжды, ризыҡтың энергетик һәм туҡлыҡлылыҡ баһаһын, шулай уҡ йыл миҙгелдәре үҙенсәлеген иҫәпкә алып, Роспотребнадзор идаралығы талаптарына ярашлы ойошторола. Меню даими төрләндерелә, ул өс-биш көн дауамында ҡабатланмай. Йыл әйләнәһенә табындан йәшелсә, еләк-емеш өҙөлмәй. Иң мөһиме, аш-һыуҙы район биләмәһендә етештерелгән юғары сифатлы, тәбиғи саф продукттарҙан ғына әҙерләйҙәр. Әйтәйек, һөт-май ризыҡтарын – Мәләүез һөт-консерва комбинатынан һәм “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән, ит менән йәшелсәне – райондағы фермер хужалыҡтарынан, он һәм ярма продукттарын “Лист Клена” йәмғиәтенән алалар.
Сеймалға ҡәтғи контроль үткәрелә, һәм ул санитар паспорты булған транспорт менән генә ташыла. Аҙыҡ-түлек блоктары һыуытҡыстар, техник һәм технологик йыһаздар менән тәьмин ителгән. Предприятиеға йыһаздарҙы яңыртыуға муниципаль район хакимиәте эшлекле ярҙам күрһәтә. Ҡул хеҙмәтен һәм әҙерләнгән продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү өсөн киләсәктә ит, балыҡ һәм йәшелсә ярымфабрикаттары цехтарын асыу планлаштырылған. Бөтә тырышлыҡ һәм хәстәрлек мәктәп балаларының табынын мул һәм сифатлы ризыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Үҙ эшен яратып һәм намыҫ менән башҡарған алтын ҡуллы ашнаҡсылар бешергән ризыҡтарҙан балалар бик тә ҡәнәғәт, ата-әсәләрҙән дә маҡтау һүҙҙәре генә ишетәләр. Был – коллективтың хеҙмәтенә иң ҙур баһа.
– Мәктәптәрҙә дөйөм туҡланыуҙы ойоштороуҙы юғары кимәлдә яуаплылыҡ менән башҡарабыҙ. Балалар тейешенсә туҡланып, көр күңелле, физик яҡтан көс-ҡеүәтле һәм сәләмәт булып үҫергә тейеш. Улар – йәмғиәттең киләсәге. Үҙебеҙҙең көндәлек тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙ менән киләсәгебеҙҙе ҡайғыртабыҙ, – ти ҡулланыусылар йәмғиәтенең баш технологы Вера Жонина.