Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә социаль блок та үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына 2021 йылға өс мөһим бурыс ҡуйҙы.
– Быйыл республикала теркәлгән эшһеҙлек алты тапҡырға артты. Бының хеҙмәт биржаһындағы юғары пособиеларға ла бәйле булыуы аңлашыла. Тик был эшһеҙлекте кәметергә тигән бурысты юҡҡа сығармай, – тине Радий Хәбиров. – Икенсе бурыс – тыуым күрһәткестәрен арттырыу. Беҙ уның күрһәткестәрен 2019 йыл менән сағыштырғанда кәметеүгә юл ҡуйҙыҡ. Хәҙер тыуым һәм үлем күрһәткестәре нисбәтен тигеҙләштереү мөһим. Өсөнсө бурыс – социаль учреждениеларҙы, айырыуса шәхсиҙәрен контролгә алыу. Әбйәлил районындағы кеүек фажиғәләргә юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, быйыл был тармаҡҡа 43 миллиард һум аҡса йүнәлткәндәр. Халыҡҡа социаль ярҙам саралары өсөн аҡса күләме ныҡлы артҡан – 27 миллиард һум тирәһе. Был өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ пособие түләүҙе индереү менән бәйле.
Йыл башынан алып эшһеҙлек буйынса 206 мең кеше, шул иҫәптән бәлиғ булмаған балалы 79 мең ғаилә (3 мең һумға күберәк) пособие алған. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән 70 мең кеше яңы эш урыны тапҡан.
– Ике мең инвалид реабилитацияның техник саралары өсөн сертификат алды. Өфөлә “Салют” шифахана-һауыҡтырыу лагеры нигеҙендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңы Республика реабилитация үҙәге төҙөлә башланы, – тине Ленара Иванова.
Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтте.
– Март айында беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҡурсаланыу режимын үтәүселәрҙе тикшереү эшенә ҡушылды, шул уҡ ваҡытта өйҙә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе лә дауам итте. 520 мең тапҡыр кешеләргә барҙылар. 50 мең кеше өйҙән сыҡмайынса дарыу, аҙыҡ-түлек, кәрәкле тауарҙар алды. Улар әле һаман алғы һыҙыҡта, ике аҙналыҡ вахта менән интернаттарҙа эшләүен дауам итә. Ҙур рәхмәт һеҙгә, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.