Ирекмәнлек эше бөгөн үтә көнүҙәк. Кемдәрҙер оло йәштәгеләргә, инвалидтарға ярҙам күрһәтһә, бәғзеләр коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәрен хәстәрләй.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар рәтенә йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһы ла ҡушылған. “Сыровар” рестораны хеҙмәткәрҙәре ковид-госпиталдә эшләгән табиптар өсөн төшкө һәм киске аш әҙерләгән. Беренсе блюдо аш булһа, икенсегә – быҡтырылған йәшелсә, картуф иҙмәһе, ҡыҙҙырылған тауыҡ ите. Ресторандың су-шефы Нина Харитонова бешереү барышын контролдә тота:
– Беҙ бешергән ризыҡтар тәүге ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолһа ла, уға үҙебеҙ етештергән сырҙар ҡушылған, шуға тәмдәре нәзәкәтле, үҙе туҡлыҡлы. Алғы һыҙыҡтағы ковид-госпиталь табиптарына ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ, – ти ул.
Өс сәғәт эсендә ресторанда һәр аҙыҡтың 50-шәр порцияһы әҙерләнгән. Улар юлда һыуынмаһын өсөн фольгаға төргәндәр. “Сыровар” рестораны хужаһы Владислав Ловков пандемия осоронда табиптарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерә һәм башҡалар ҙа улар өлгөһөнә ҡушылыр, тип өмөтләнә. Әйткәндәй, был башланғысты тотош коллектив хуплаған. Тәүгеләрҙән булып ресторан аҙыҡтары менән баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” дауаханаһы табиптары һыйланасаҡ.
– Йәмәғәтселектән шундай ярҙам алыу һәр саҡ шатлыҡлы. Тимәк, беҙ вирусҡа ҡаршы бер рәттә көрәшәбеҙ, – ти Тимур Үтәшев, дауахананың инфекция госпитале мөдире. “Сыровар” рестораны хеҙмәткәрҙәре иһә киләһе дауахананың табиптары өсөн татлы бүләк әҙерләргә йыйына.