Социаль мәсьәлә
28 Декабрь 2020, 07:48

Таксистар ҙа алғы сафта

Иглин районында “Такси. Хәстәр” акцияһы тормошҡа ашырыла. Ул ковид-госпиталдәрҙә эшләгәндәргә тәғәйенләнгән.

Иглин районында “Такси. Хәстәр” акцияһы тормошҡа ашырыла. Ул ковид-госпиталдәрҙә эшләгәндәргә тәғәйенләнгән.


Хәҙер медицина хеҙмәткәр­ҙәре эшкә һәм өйгә таксиҙа бушлай йөрөй ала. Акцияның маҡсаты – шәхси транспорты булмаған табиптарға ярҙам итеү.


Башланғысты “Берҙәм Рә­сәй” партияһының төбәк бүлек­сәһе хуплаған. Такси Иглин үҙәк район дауаханаһы төҙөгән исемлек буйынса йөрөй. Хәрәкәт геогра­фияһы район эсендә урынлаш­ҡан медицина учреждениелары ме­нән генә сикләнмәй.


“Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр штабының Иглин районын­дағы бүлеге етәксеһе Ирина Сергеева әйтеүенсә, таксист-ирекмәндәр саҡырыла тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, “Бомбила плюс” такси хеҙмәте етәксеһе Разалия Ҡадир ҡыҙы бәйлә­нешкә ингән һәм табиптарҙы йөрөтөү өсөн махсус автомобиль бүлгән. Үҙе лә был эштә ҡатнашҡан.


Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур. Бер нисә көн эсендә әллә нисә ғариза хеҙмәтләндерелгән. Үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эш­ләгән Марина Парфёнова был ярҙамды баһалап өлгөргән. Сменаға уңайлы шарттарҙа барып ҡайтҡандан һуң, ул таксистарға сәләмәтлек һәм именлек теләп хушлаша: көрәш маҡсаты уртаҡ – ул да булһа коронавирусты тиҙерәк еңеү.
Читайте нас