Йыл аҙағында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау – матур ғәҙәт. Был йәһәттән власть органдары вәкилдәре йылды теүәлләй. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та “Фейсбук” социаль селтәре аша йомғаҡтар яһауын дауам итә. Был юлы ул мәшғүллек тармағы тураһында һөйләне.
“Бөтә ерҙәге кеүек үк, беҙҙә лә мәшғүллек менән хәлдәр ябай түгел. Бер йыл эсендә эшһеҙлек 1,5 тапҡырға артты. Бының бер яҡшы яғы ла бар: ул “күләгә”нән сыға башланы. Хеҙмәт биржаһына торғандар һаны бер йыл эсендә 1,5 түгел, ә ете тапҡырға артты. Ни өсөн икәнлеге аңлашыла: эшһеҙҙәр алған түләүҙәр артты һәм кешеләр теркәлеүҙең ни өсөн кәрәк икәнлеген аңланы. Нисек кенә булмаһын, был ыңғай дәлил – ул кешеләр менән дәүләт араһында ышаныслы мөнәсәбәттәрҙе арттыра. Дәүләт ярҙам тәҡдим итә, кешеләр уны алырға ризалаша – һөҙөмтәлә ышаныс нығый, мөнәсәбәттәр яҡшыра”, тип яҙҙы ул.
Андрей Назаров белдереүенсә, яҙ кешеләрҙе хеҙмәт урынын юғалтыуҙан һаҡлаған ике механизм ғәмәлгә индерелде. Беренсеһе - эш биреүселәргә хеҙмәт хаҡы түләүҙең бер өлөшөн компенсациялау. Локдаун ваҡытында предприятиелар эшләмәне һәм килем алманы. Тимәк, уларҙың хеҙмәт хаҡы түләргә аҡсаһы юҡ ине. Дәүләт ярҙамында предприятие штатын һаҡлап ҡалды һәм эш хаҡы түләнде. Икенсе юл – йәмәғәт эшмәкәрлеген ойоштороу. Эшһеҙҙәрҙе пандемия ваҡытында барлыҡҡа килгән колл-үҙәктәргә хеҙмәткә йәлеп иттеләр.
“Киләһе йылға мәшғүллекте арттырыу өсөн киңерәк комплекслы эш планлаштырылды. Беҙ пенсия алды йәшендәгеләрҙе, инвалидтарҙы һәм сығарылыш студенттарын хеҙмәт урыны менән тәьмин иткәндәргә субсидия бирәсәкбеҙ; үҙмәшғүлдәргә матди ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ; эш биреүселәрҙең хеҙмәт хаҡы түләү һәм яңы ҡорамал һатып алыуға тотонолған сығымдарын компенсацияласаҡбыҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшләмәгән граждандар дәүләт иҫәбенә өҫтәмә белем ала һәм унан һуң хеҙмәткә урынлаштырыла аласаҡ. Махсус иҡтисади зона биләмәләрендә һәм төбәккә ингән инвесторҙар булдырған яңы предприятиеларҙа биш меңдән ашыу эш урыны булдырасаҡбыҙ.
Уҡыу йорттарын тамамлаған сығарылыш студенттарына айырым иғтибар бирер инем. Уларҙы эшкә урынлаштырғандар дәүләттән субсидия аласаҡ. Йәштәргә ауыр, хеҙмәт урыны табыу өсөн тәжрибә кәрәк, ә уҡыуҙы саҡ тамамлаған кеше уны ҡайҙан алһын? Һәм улар ҡайһы саҡта йылдар буйы эш таба алмай йөрөй. Беҙҙең программа бында ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Киләһе йылға эшһеҙлекте былтырғы кимәленә еткереү бурысы ҡуябыҙ, ә 2024 йылға - ике тапҡырға кәметергә. Был теманы һөҙөмтәле алып барыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Был бик мөһим. Кешенең эшһеҙ икән – уға донъяның йәме юҡ. Был эш түгел!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.