Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2020, 07:00

Пенсия ҡасан киләсәк?

Пенсия фонды 2021 йылдың ғинуар айы өсөн пенсия, пособие һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе тарата башланы.

Башҡортостан пенсионерҙары ғинуар пенсияһын декабрҙә аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәренә таянып, “РИА Новости” агентлығы хәбәр итә.
“Пенсия фонды 2021 йылдың ғинуар айы өсөн пенсия, пособие һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе аванслауға тотондо. Бүлексәләр 25 декабрҙән башлап “Рәсәй почтаһы”на, бөгөндән кредит ойошмаларына, Һаҡлыҡ банкына аҡса күсерә башланы,” - тип хәбәр ителә.
Түләүҙәрҙе банк аша алыусыларға 29 декабрҙән аҡса килә башлаясаҡ. Почта аша айҙың өсөнсө көнөндә пенсия алыусыларға 29 һә 30 декабрҙә аҡса килтереү ойошторола. Ә дүртенсе ғинуарҙан түләүҙәр ғәҙәттәге график буйынса киләсәк.
Фото:Newsorel.ru
Читайте нас