Социаль мәсьәлә
1 Ғинуар 2021, 14:00

15 сабый донъяға килде!

2015 йыл төнөндәге "рекорд"ҡа алыҫыраҡ әле...

Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә Башҡортостандың бала табыу йорттарында 15 сабый донъяға килгән. Байрам төнөндә алты малай һәм туғыҙ ҡыҙ бала ғаиләләрҙе бәхетле иткән. Тәүге сабый сәғәт 1-се яртыла Өфөлә, республика перинаталь үҙәгендә тыуған. Ҡыҙ баланың ауырлығы - 3,5 килограмм, буйы - 52 сантиметр, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.
Сағыштырыу өсөн: былтыр Яңы йыл төнөндә 20 сабый – 11 малай һәм 9 ҡыҙ бала донъяға килгәйне. Яңы тыуған сабыйҙар һаны буйынса 2015 йылдың төнө рекорд ҡуйған: бөтәһе 29 сабый – 19 малай һәм 10 ҡыҙ бала тыуып, ата-әсәләрен ҡыуандырғайны. Бәләкәстәргә сәләмәтлек, бәхет насип итһен!
Фото:vk.com
Читайте нас