Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, былтыр республикала иң йәш әсә булған гүзәл затҡа ни бары 13 йәш. Ул - мәктәп уҡыусыһы. Оло йәштә лә әсәлек бәхетен тағы берҙе татып ҡарарға теләгәндәр ҙә бихисап. Һүҙ 55 йәш һәм унан өлкәнерәктәр хаҡында бара. Миҫал өсөн, үткән йылда республикала әсә булған иң оло ханымға - 59 йәш. Ул, кешенең йәше бала табыу өсөн һис тә кәртә түгел, тип иҫәпләй. Статистика идаралығы тағы ла анығыраҡ мәғлүмәттәрҙе ағымдағы йылдың йәйенә әҙерләйәсәк.