Социаль мәсьәлә
11 Ғинуар 2021, 18:00

Бурысың булһа, аҡсалата ярҙам түләнмәйәсәк

Быйылдан башлап коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәре ҡалған ташламаға хоҡуҡлыларға ЕДК биреү туҡтатылды.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был йылдың тәүге оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда айырым төркөмдәргә ҡараған льготаға хоҡуҡлыларға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам күрһәтеү хаҡында ла һүҙ барҙы.
Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова был өлкәләге үҙгәрештәр хаҡында һөйләне.
Үҙгәрештәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, радиацияға дусар булғандар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, күп балалы ғаиләләргә ҡағыласаҡ.
Был төркөмгә ҡараған граждандарға 2009 йылдан алып Берҙәм аҡсалата ярҙам күрһәтелә ине.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, коммуналь хеҙмәт өсөн бурыстары булған ташламаға хоҡуҡлыларға быйыл аҡса түләнмәйәсәк. Әлеге ваҡытта бурыстары ҡалған 85 кешегә ЕДК түләү туҡтатылған.
Был йәһәттән бар мәғлүмәтте, бурыстың булыу-булмауын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттең дәүләт мәғлүмәти системаһы аша белеп була.
Фото: google.com
Читайте нас