Социаль мәсьәлә
11 Января 2021, 11:00

“Бындай реабилитация үҙәктәре юҡ”

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика бүлексәһе рәйесе Олег Ротов шулай тип билдәләне.

2020 йылдың 1 ғинуары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 260 мең инвалид, шул иҫәптән 17,2 мең инвалид бала йәшәй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика бүлексәһе рәйесе Олег Ротов.
Олег Ротов әйтеүенсә, республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Өфө, Белорет, Күмертау, Нефтекама ҡалаларында биш реабилитация үҙәге һәм уларҙың 11 бүлексәһе, 9 филиалы бар.
Балаларға социаль ярҙам бушлай күрһәтелә. Рәсәй Федерацияһының “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү. Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары типтары” стандартына ярашлы, йәш инвалидтар өсөн даими, ваҡытлыса (алты айға тиклем) һәм 18 йәштән өлкән, өлөшләтә йәки тулыһынса үҙен-үҙе хеҙмәтләндереү мөмкинлеген юғалтҡандар, реабилитация процесында булғандар, реабилитациялау программаһына ярашлы биш аҙналыҡ реабилитация үҙәктәре булырға тейеш.
“Әлеге ваҡытта республикала бындай үҙәктәр юҡ. 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтарға реабилитациялау хеҙмәте күрһәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта дөйөм инвалидтар һанынан (260 мең кеше) хеҙмәткә яраҡлы инвалидтар һаны 80 мең йәки 30 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһының күп кенә төбәктәрендә бындай үҙәктәр эшләй”, – ти Олег Ротов.
Төбәктәге Йәмәғәт палатаһында инвалидтар исеменән сығыш яһаған йәмәғәт эшмәкәре профессиональ реабилитация, социаль адаптация һәм медицина ярҙамы менән реабилитация үҙәктәрен ойоштороу мотлаҡ, тип иҫәпләй. Уның белдереүенсә, реабилитация саралары уңышлы үткәрелһә, инвалидлыҡ төркөмдәре лә еңелерәгенә үҙгәрер ине. Был иһә хеҙмәткә яраҡлы инвалидтар һәм уларҙың ғаилә ағзалары һанын арттырыуға, эшһеҙ граждандар һанын кәметеүгә, бюджеттың социаль пенсия, пособие түләүгә, дарыуҙарға, реабилитациялауға, шифахана-курорттарға киткән сығымдарын кәметер ине.
Фото: vesti.dp.ua
Читайте нас