Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тармаҡтағы йыл һөҙөмтәләре буйынса онлайн-брифинг үткәрҙе, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, былтыр тармаҡ эшмәкәрлеге өсөн 43 миллиард һум аҡса тотонолған. Халыҡҡа социаль ярҙам саралары өсөн 27 миллиард һум самаһы аҡса тотонолған. Шул иҫәптән, был өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ пособие түләүҙе индереү менән дә бәйле.
Йыл башынан алып эшһеҙлек буйынса 206 мең кеше, шул иҫәптән бәлиғ булмаған балалы 79 мең ғаилә пособие алған. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән 70 мең кеше яңы эш урыны тапҡан.
Пандемия осоро башланыу менән коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары яңы эш режимына күсерелгән. 16 апрелдән улар 14 көнлөк изоляция графигы менән автономлы эш режимында эш башланы һәм был сара әле лә ғәмәлдә.
Һандарға килгәндә, республикала социаль учреждениеларҙа йәмғеһе 6 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелә, улар менән өс мең самаһы социаль хеҙмәткәр эшләй. Шулай уҡ, үҙаллы ҡурсаланыу режимында булғандарға социаль ярҙам күрһәтеү ҙә дауам итә.
Пандемияға бәйле тағы бер үҙгәреш - 2021 йыл башында республикала 46 мең самаһы хеҙмәткәр ситтән тороп эшләй.
– “Рәсәйҙә эш” порталы мәғлүмәттәре буйынса республикала тап ошондай һан теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәрҙең барыһы ла унда юҡ, шуға ла был һан ғәмәлдә икенсе булыуы мөмкин, - ти министр.
Был порталда мәғлүмәт көн һайын яңыртылып тора, шулай уҡ эштән киткәндәр, тулыһынса мәшғүл булмағандар хаҡында һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе лә белергә була.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ситтән тороп (дистанциялы) эшләү тураһында Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексындағы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.