Социаль мәсьәлә
14 Ғинуар 2021, 17:30

Иҫәпкә бар, һанға юҡ...

Барыһы ла прокуратура һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы тарафынан контролгә алынған

Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тармаҡтағы йыл һөҙөмтәләре буйынса онлайн-брифинг үткәрҙе, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе, тип хәбәр иткәйнек.
Министр әйтеүенсә, Әбйәлил районында шәхси ҡарттар йортонда сыҡҡан янғындан һуң (11 кеше һәләк булды), Башҡортостанда ошоноң ише учреждениеларҙы тикшергәндәр һәм тағы ла шундай иҫәптә тормаған 68 ойошма тапҡандар.
Улар әлеге ваҡытта барыһы ла прокуратура һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы тарафынан контролгә алынған.
– Беҙ барыһын да аяҡҡа баҫтырҙыҡ – ауыл биләмәләрен, йәмәғәтселәрҙе, битараф булмағандарҙы. Әгәр ҙә шикле бина күрһәгеҙ, унда кешеләрҙе законһыҙ рәүештә хеҙмәтләндергәндәрен тойһағыҙ, хәбәр итегеҙ, тинек. Һөҙөмтәлә 68 ошондай ойошма асыҡланды. Улар бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, - ти Ленара Иванова.
Министр фекеренсә, бындай эшмәкәрлек өсөн мотлаҡ лицензия алынырға тейеш. Әлеге ваҡытта Башҡортостан парламентарийҙарының был тәҡдимен федераль үҙәктә кире ҡаҡһалар ҙа, был йәһәттән эш башланып ҡына тора, тип иҫәпләй Ленара Хәким ҡыҙы.
– Бөгөн бындай эшҡыуарҙарҙы рәсми власть органдары тикшерә алмай, сөнки был – шәхси биләмә. Улар тураһында белеп бөтөү ҙә мөмкин түгел. Лицензияға ҡаршы булғандар ҙа бар, был эшмәкәрлеккә көсөргәнеш төшөрә, күп ҡаршылыҡтар тыуҙыра, тип иҫәпләйҙәр. Әммә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе тәжрибәле кешеләр лицензияның бөгөн мөһим икәнлеген аңлай, сөнки был хеҙмәттәрҙе хәүефһеҙ һәм сифатлы итергә ярҙам итә, - ти министр.
Ленара Иванова был төр эшмәкәрлек бөгөн бик популяр икәнлеген дә билдәләй. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостанда ғына социаль хеҙмәтләндереү өсөн дүрт мең самаһы өҫтәмә стационар урын кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта был асыҡ һәм сифатлы бизнес булырға тейеш, сөнки ул ғәмәлдә лицензия талап ителгән медицина хеҙмәтләндереүенән бер ни менән дә айырылмай. Социаль хеҙмәтләндереү юҫығында дәүләткә ҡарамаған шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре лә ҡарала. Мәҫәлән, уҙған йылдың 30 декабрендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ғафури районында 110 урынлыҡ стационар социаль ике объект булдырыу тураһында концессион килешеү төҙөгән.
Фото: aif.ru
Читайте нас