Беренсе каналдағы “Һөйләһендәр әйҙә!” программаһының байрам сығарылышында Өфөнән билдәле баянсы һәм Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәренең яҡын дуҫы Юрий Иванов ҡатнашты.
Был сал сәсле изгелекле пенсионерҙы Өфө халҡы яҡшы белә. Тәүҙәрәк ҡаланың юл аҫты үткәүелдәрендә гармунда уйнап аҡса йыйған бабайҙы үҙһенмәгән кешеләр ҙә булғандыр, тик уның халыҡтан алған һәр тинде балалар йортонда тәрбиәләнгән малай һәм ҡыҙҙарға күстәнәскә, бүләккә тотоноуын аңлағас, ярҙам итеүселәр арта.
Хатта хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә был сәйер гармунсыға дәғүә белдермәй, балаларға тип, бабайға хоккей уйыны ла килтергәндәр. Юрий Ивановтың бүләктәре лә тос - уйынсыҡтар, планшеттар, телевизор...
Тапшырыуға уның менән бергә килгән учреждение директоры Венера Хажиәхмәтова Юрий Иванович менән дуҫлыҡтың нисек башланыуын һөйләне. Баҡһаң, пенсионер үҙе лә ҡасандыр балалар йортонда тәрбиәләнгән, әммә ул үҙен ҡарап үҫтергән тәрбиәселәргә, педагогтарға бик рәхмәтле.
“Юрий Иванович ярҙам тәҡдим итеп, шылтыратҡас, аптырап та ҡалғайным. Хәҙер ул - беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ, йыш ҡына балалар янына килеп, улар менән әңгәмәләшеп, бүләктәрен өләшеп ҡайта,” – тине директор.
”Һөйләһендәр әйҙә!” тапшырыуы эфирында Юрий Иванов үҙенең яҡты хыялы менән бүлеште. Ул балалар йортондағы бәләкәс дуҫы Никитаның йомарт күңелле ғаиләлә тәрбиәләнеүен теләй. Малай үҙе лә “мин яҡшы ғаиләлә йәшәгем килә”, тип белдерҙе.
Яңы йыл теләктәренең тормошҡа ашырына ышанабыҙ!
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы.