Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль контракт нигеҙендә кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Был үҙ эшеңде асырға йәки яңы эш табырға ярҙам итәсәк.
2020 йылда Башҡортостан был проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәк булғайны. Ул тәү сиратта граждандарҙың килемен арттырыу һәм фәҡирлек кимәлен түбәнәйтеүгә йүнәлтелә.
"Һүҙ социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамы күрһәтеү механизмдары тураһында бара. Кешегә үҙе һайлаған йүнәлештәрҙең береһе буйынса бер тапҡыр йәки ай һайын түләүҙәр биреләсәк, ә ул социаль адаптация программаһы менән ҡаралған сараларҙы үтәргә бурыслы буласаҡ", – тине вице-премьер.
Мәҫәлән, пандемия сәбәпле эшһеҙ ҡалған кешеләр мәшғүллек хеҙмәттәре аша социаль контракт нигеҙендә яңы хеҙмәткә урынлашыу тураһында тәҡдим ала. Уларға ун мең һумдан башлап түләнә. Ошо юл менән былтыр 1672 кеше эшле булған. 500-ҙән ашыу граждан социаль контракт ярҙамында үҙ шөғөлөн асыуға өлгәшкән. Бында бәләкәй балалар баҡсалары, матурлыҡ салондары, автооҫтаханалар, икмәк бешереү, мал үрсетеү, страховка эшмәкәрлеге, сәғәт ремонтлау, текстиль изделиелар етештереү һәм башҡалар инә. Бында түләү 100 меңдән 250 мең һумға тиклем тәшкил иткән.
Дөйөм алғанда, 2020 йылда 5109 кеше ошондай социаль контракттарға ҡул ҡуйған.
– Был кешеләргә ярҙам итеү буйынса бик яҡшы проект, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр билдәле сәбәптәр буйынса эшһеҙлек үҫте, шул иҫәптән уның пособиелары юғары булған өсөн дә. Беҙҙә был күрһәткестәр ил буйынса уртасаға ҡарағанда юғарыраҡ. Шуға күрә 2021 йылға иң мөһим бурыс – халыҡтың мәшғүллеген арттырыу. Был беҙҙең идара итеүсе команданың һөҙөмтәле хеҙмәте күрһәткесе буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.