Быйыл республикала өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған пансионат эшләй башлаясаҡ. Проектҡа инвестициялар күләме 13,6 миллион һум тәшкил итә.
Концессион килешеү “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән төҙөлдө.
Пансионат Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүле ауылында урынлашасаҡ. Концессион килешеүҙе тормошҡа ашырыу срогы 25 йыл тәшкил итә. “Дәүләт- шәхси партнерлыҡ принцибы инвестициялар йәлеп итеү һәм социаль өлкәләге проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн тәьҫирле алым. Был дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ойошторолған өсөнсө ҡарттар йорто буласаҡ”, - тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
Рәсәйҙә өлкәндәр өсөн шәхси йорт беренсе булып 2017 йылда Мишкә районының Ирсай ауылында барлыҡҡа килде. Икенсеһе Кушнаренко районының Шәрип ауылында эшләй.
Фото: Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.