Социаль мәсьәлә
21 Ғинуар 2021, 16:00

"Бар балалар ҙа көтә алмай..."

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ер урынына аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша халыҡ өсөн файҙалы булған мәғлүмәттәр менән уртаҡлашыуын дауам итә. Бөгөн ул күп балалы ғаиләләргә ҡағылған яңылыҡтар тураһында һөйләне.
Былтыр ҡабул ителгән ҡарар буйынса, Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр закон буйынса тейешле бушлай ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡса алыу мөмкинлеге ине.
“Минеңсә, был ҡарар бик кәрәкле – бөтә райондарҙа ла коммуникациялары үткәрелгән ер участкалары юҡ, бар ғаиләләрҙең дә шәхси йорт һалғыһы ла килмәй. Участканы ла йылдар буйы көтөргә кәрәк, сөнки сиратта 16 мең самаһы ғаилә тора. Беҙҙең ҡарар кәрәкле булып сыҡты – 2020 йылда был альтернатива менән 200 кеше файҙаланды. Шуға күрә беҙ быйылға бюджетта ошоноң өсөн 100 миллион һум аҡса ҡалдырҙыҡ, тимәк, тағы 400 ғаилә был ярҙамды аласаҡ. Танытмалар былтырғы кеүек биреләсәк - муниципаль берәмек сиратына пропорциональ кимәлдә. Ә 2021 йылдан һуң был программаға сумманы арттырасаҡбыҙ.
Бының өсөн, ҡайҙа сиратҡа тороуығыҙға ҡарап, Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йәки урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтер кәрәк – фатир йәки йорт өсөн ипотека кредитын ҡаплау йәки яңы торлаҡҡа беренсе иғәнә итеп. Бөтә балалар ҙа көтә алмай бит, улар үҫеп етә”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас