Социаль мәсьәлә
21 Ғинуар 2021, 18:30

Фәнгизгә ярҙам итәйек, дуҫтар!

Абҙаҡ егете Фәнгиз Нуретдинов ярҙамға мохтаж: ҡот осҡос янғын сәбәпле ул бер нәмәһеҙ тороп ҡалған. Әсәһе Гөлсәсәк ханым әйтеүенсә...

Белорет районының Абҙаҡ ауылынан бик күңелһеҙ хәбәр килде: унда 18 ғинуарҙа сыҡҡан янғындан Нуретдиновтарҙың ғаиләһе бик ҙур зыян күргән.
Эш шунда: был йортта коляскала йөрөгән инвалид Фәнгиз Нуретдинов әсәһе Гөлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙы менән йәшәгән. Йорт һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән егеттең көнитмеше өсөн тулыһынса ҡулайлаштырылған булған.
Социаль селтәрҙәрҙә фажиғә тураһында хәбәр таралғас, Гөлсәсәк ханым менән бәйләнешкә индек. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
Әсә ике бала үҫтергән, өлкән ҡыҙы әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында көн итә. Ә төпсөгө Фәнгизгә яҙмыш бик ҡаты һынау биргән: ул 20 йәшендә генә автомобиль аварияһына эләгеп, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалған. Егет бөтөнләй тиерлек хәрәкәтләнмәй, уның бармаҡтары ла эшләмәй, әммә дауахананан сыҡҡас та күңел ҡанаттарын һындырмаған, яңы шарттарҙа йәшәүгә ҡулайлаша башлаған. Бөгөн көслө рухлы Фәнгиз, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеүгә ҡарамаҫтан, инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү йәһәтенән үҙ эшен асырға ла, тыуған Абҙаҡ ауылында үҙе һымаҡ ярҙамға мохтаждар өсөн махсус ҡунаҡхана, кафе төҙөй башларға ла өлгөргән. Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ла ингән – әле өсөнсө курста белем ала.
Дуҫтары ла Фәнгиз хаҡында тик ыңғай һүҙҙәр әйтте. Ул үҙе ише кешеләр менән бәйләнеш булдырған, бергәләп Интернет селтәрендә махсус төркөмдәр ойошторғандар, яҡташыбыҙ һәр ҡайһыһын дәртләндереп, рухландырып торорға ла ваҡыт таба.
Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнарға, инвалидтар проблемаларына иғтибар йәлеп итергә лә өлгөрә егет. Әлбиттә, Фәнгиздең эргәһендә төп терәк-таянысы - әсәһе Гөлсәсәк ханым бар. Ул урындағы клубта, мәктәптә эшләгән, әммә бынан 14 йыл элек улы фажиғәгә тарығас, бар тормошон уға ярҙам итеүгә арнаған.
"Йортто Фәнгиз өсөн тулыһынса ҡулайлаштырған инек. Йылы үткәүел эшләп, мунса менән дә тоташтырҙыҡ. Янғын осраҡлыҡтан сыҡҡан тип уйлайым. Бесәй балаларын, өшөмәһендәр тип, урамдан өйгә индергәйнек. Унда солан ише бүлмәлә йылытҡыс тора ине. Шуны бесәйҙәр ауҙарып, ут тоҡандымы икән тип тә уйлайым, әммә барыһы ла күҙаллау ғына. Бер документһыҙ һәм әйберҙәрһеҙ тороп ҡалдыҡ. Фәнгиз төҙөлөш өсөн бихисап ҡорамал-йыһаздар һатып алғайны, оҫтаханаһы ла юҡҡа сыҡты. Бер ҡыуаныс – үҙебеҙ имен-һаубыҙ", – тип бәйән итте Гөлсәсәсәк ханым.
Бына шулай, яҙмыш Нуретдиновтар алдына тағы бер ҙур һынау ҡуйған.
Һәр саҡ алға ынтылып йәшәгән, тормош һынауҙарына бирешмәгән көслө рухлы, кешеләргә ҡарата миһырбанлы һәм ярҙамсыл булған милләттәшебеҙ Фәнгиз бөгөн үҙе иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж. Әйҙәгеҙ, уларҙы ауыр саҡта яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, хәлдән килгәнсә ярҙам итәйек, дуҫтар!
Барлыҡ мәғлүмәтте Гөлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙына шылтыратып белергә була:
8 906 375 75 90
Шулай уҡ Гөлсәсәк Нуретдинованың һеңлеһе Юнысбаева Гөлназ Азамат ҡыҙы исемендәге Һаҡлыҡ банкы картаһына хәлдән килгәнсә аҡса күсерергә мөмкин:
4274 3200 6101 0727.
Фотолар: "Бәйләнештә".
Читайте нас