Социаль мәсьәлә
21 Ғинуар 2021, 17:15

"Ҡыш һыуыҡ, утын еткерерлек түгел"

Яңғыҙ инәй "Берҙәм Рәсәй"ҙең ковидҡа ҡаршы колл-үҙәгенең ҡыҙыу линияһына шылтыратып мөрәжәғәт итә.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәрлек" проектына ярашлы, Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәгән яңғыҙ инәйгә ирекмәндәр Оскар Лютов менән Радик Гәрәев бер нисә тапҡыр килеп ярҙам итте.

Яңғыҙ инәй "Берҙәм Рәсәй"ҙең ковидҡа ҡаршы колл-үҙәгенең ҡыҙыу линияһына шылтыратып мөрәжәғәт итә. Ул утын ярып биреүҙә һәм ҡар таҙартыуҙа ярҙам һорай. "Беҙҙең хәстәрлек" акцияһы нигеҙендә йәштәр утын һатып алып, сәйгә тәмлекәстәр тотоп инәйгә ярҙамға ашыға.
"Ҡыш һыуыҡ та, ҡарлы ла булды шул быйыл. Шәхси йортта йәшәгән башҡалар кеүек үк, Валерия Георгиевнаға ла өйөн йылытыу, ихатаһын баҫҡан ҡарҙан таҙартыу ауырға тура килгән. Беҙ утын алып барып ҡалдырҙыҡ, ихатаһын таҙарттыҡ, аҙыҡ-түлек килтерҙек. Бөгөн тағы килеп хәлен белештек", - ти ирекмән Оскар Лютов.

"Мейесте йылытыу ауыр хәҙер, элек күршеләр утын бирә ине. Быйыл һис еткереп булмай. Ярай әле ярҙамға атлығып торған кешеләр бар", - тип рәхмәт еткерә Валерия Георгиевна. Шулай уҡ шәхси йортта яҙ ҙа эш етерлек булыуын алдан иҫкәртеп ҡуя ул.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас