Бөгөн Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин был ойошманың былтырғы эш йомғаҡтарына арналған брифинг үткәрҙе. Министр билдәләгәнсә, хәҙерге мәлдә йорт хужалыҡтарының 78 проценты интернет селтәренә киң инеү мөмкинлегенә эйә, республика халҡының 87 проценты 3G/4 G (LTE) эшләгән зонала йәшәй.
Киң интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 3-сө урында тора икән. Ә һанлы үҫеш кимәле буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙең тәүге ун төбәге исемлегендә.
Министрлыҡ социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыуҙы төп бурыстарының береһе тип һанай. Әгәр ҙә 2019 йылда шундай мөмкинлек алған объекттар 722 булһа, 2020 йылда уларҙың һаны 1191 (шул иҫәптән 425 мәктәп һәм 654 фельдшер-акушерлыҡ пунты) булды, ә быйыл ундай заманса объекттар 1164 булыр тип планлаштырыла.
“Асыҡ интернет” проекты, дөйөм алғанда, 100 мең кеше йәшәгән 262 ауыл һәм ҡасабала тормошҡа ашырылған, был ғәмәл барлығы 500 миллион һумға төшкән (шул иҫәптән 50 проценты – инвесторҙар аҡсаһына). Интернет селтәрен артабан үҫтереү маҡсатында ике меңдән ашыу база станцияһы төҙөлгән, был элек ундай элемтәһе булмаған 30 ауыл хәҙер шундай мөмкинлек алған тигән һүҙ.
Дәүләт хеҙмәте төрҙәрен электрон нигеҙҙә алыу ҙа үҫешә һәм камиллаша бара. Был дәүләт заказдарын урынлаштырыуға, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы контролдә тотоуға, юл инфраструктураһына идара итеүгә, социаль хеҙмәтләндереүгә, медицина ярҙамы алыуға һәм башҡа күп өлкәләргә ҡағыла.
Шулай ҙа заман талабы буйынса барлыҡҡа килгән был яңы төр ведомство башҡарған эште тормошҡа ашырыуҙа ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел. Дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙә, мәҫәлән, күпселек халыҡ элекке күнегелгән эш алымдарынан электрон система талап иткән ысулдарға ауырлыҡ менән күсә.
“Һанлы идара итеү ҡағыҙ эшен ныҡ кәметә, элек мин Мәскәү өлкәһендәге муниципалитетта көн һайын 600-гә яҡын ҡағыҙға ҡул ҡуя торғайным, бөгөн хатта министр дәрәжәһендә лә ҡағыҙ документтарҙы бер нисә тапҡырға аҙыраҡ ҡулланам”, – тине Геннадай Валентинович.
Ауыл ерендә интернет үткәреүҙә лә тотҡарлыҡтар бар. Министр раҫлауынса, интернет селтәре ниндәй ҙә булһа ауылға килеп еткән саҡта ла уны һәр теләгән йорт үҙенә индерә алмай. “Бының өсөн байтаҡ аҡса кәрәк”, – ти министр.