Октябрьский ҡалаһында ирекмәндәр үҙ-үҙеңде изоляциялау режимындағы оло йәштәгеләргә һәм мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәтә: уларҙы аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм дарыуҙар менән тәьмин итә.
Ирекмәндәрҙең “Беҙҙең хәстәрлек” проектына ҡала Советы депутаттары ла ҡушылды.
Үткән йылдың 1 ноябренән алып Октябрьский ирекмәндәре биш йөҙҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән. Уларға күбеһенсә дарыуҙар килтереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәр.
Граждандарға хоҡуҡлы ярҙам итеү буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш" тә булдырылған. Октябрьский халҡы 89378460275, 8 (34767) 4-32-38 телефондары буйынса шылтыратып, һорауҙарына яуап таба ала.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты.