Теләһәләр, булдыралар бит! Дүрт ай эсендә табиптар өсөн “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса ике йортто күтәреп тә ҡуйҙылар. Төҙөлөшкә дүрт миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Үҙәк район дауаханаһында онколог булып эшләгән Насип Сибәғәтуллин Ҡырмыҫҡалыға “Ауыл табибы” программаһы буйынса килгән. Дөйөм хеҙмәт стажы - өс йыл. Быға тиклем ғаиләһе менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгәндәр. ”Йорт беҙгә бик оҡшай, уңайлы, йәмле. Бик бәхетле тоябыҙ үҙебеҙҙе," - ти Сибәғәтуллиндар. Фатирҙа бүлмәләрҙең урынлашыуын, шулай уҡ биҙәү материалдарын хужалар үҙҙәре һайлаған.
Николаевка ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марина Пономареваның ике балаһы бар. Ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса 2018 йылдан иҫәптә тора. Йәшәү шарттарының яҡшырыуына шатланып бөтә алмайҙар.
Үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе водителе Руслан Майоров та тап ошо программаға инеүенә һөйөнә. Хатта уға сиратта оҙаҡ торорға ла тура килмәгән, уңайлы, бөтә йәшәү шарттары булған фатир биргәндәр.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы 2025 йылға тиклем дауам итәсәк, унда ауылда эшләргә теләк белдергән йәш белгестәр - уҡытыусылыр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Былтыр районда дәүләт программаһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттарҙы 385 ғаилә алған.