Һөйләшмәгәндәрҙе һөйләшергә өйрәткән, кескәйҙәргә тел асҡысы биргән һөнәр эйәләре лә бар эргәбеҙҙә. Мәләүездә йәшәгән Айгөл Мәһәҙиева балалар менән шөғөлләнеү өсөн кабинет асып, социаль контракт нигеҙендә 250 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән. Логопед нисек дәүләттән ярҙам алған?
Был сумка эсендә “с” хәрефенә башланған бөтә аҙыҡ-түлек тупланған. Еваға өндәрҙе өйрәнеү өсөн ошо күнегеү ныҡ ярҙам иткән. Тик бына ҡыҙ үҙенең фамилияһын ғына дөрөҫ әйтә алмай. Уның өсөн “Шаршкова” фамилияһы ауыр бирелә, тик тиҙ арала “р” хәрефен әйтергә өйрәнгәненән бик ҡәнәғәт. Еваның әсәһе логопед менән шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәле булыуын йәшермәй.
-Яңыраҡ миңә Ырымбурҙан бер баланы консультацияға килтерҙеләр, - ти Айгөл Мәһәҙиева, - дүрт йәшлек булһа ла, ул бөтөнләй һөйләшмәй. Бары мөңрәй генә. Ата-әсә ҡуртымға фатир алып, көн һайын баланы занятиеға килтерә. Тәүге һөҙөмтә лә бар.
Логопед үҙ кабинетын декрет ялында асҡан. Аҙ килемле ғаилә булараҡ адреслы социаль ярҙамға заявка бирә, бизнес-план төҙөй, бүлмәгә ремонт яһай, яңы ҡорамал һатып ала. Айгөл йыл буйына эше тураһында отчет биреп торасаҡ. Шул рәүешле субсидияның файҙаланылыуы һәм табыш килтерелеүе раҫланасаҡ.
Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙамды эшҡыуар булмаһаң да алырға була. Шәхси хужалыҡ тотоу өсөн дә субсидия биреүҙәре мөмкин. Төп шарт: ул аҙ килемле ғаиләләргә тәғәйенләнгән, айлыҡ килем йән башына 10 мең 25 һумдан артырға тейеш түгел. Ғаризаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәгендә ҡабул итәләр.