Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө инженер селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһында булды. Республика етәксеһе һатыу хеҙмәте эшен, шул иҫәптән йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләүҙе ҡараны, баш ҡала халҡы менән аралашты.
“Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһы 1349 күп фатирлы торлаҡ йортто (100 мең самаһы фатир) һәм 250 социаль учреждениены – мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын хеҙмәтләндерә. Предприятиеның башҡарыусы директоры Максим Петров һөйләүенсә, 2020–2021 йылдарҙа йылытыу миҙгеле башланғандан ҡайтанан иҫәпләүҙе һорап алты мең кеше ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Миҙгел аҙағына тиклем мөрәжәғәттәрҙең 20 меңгә тиклем етеүе көтөлә.
– Бөтә ғаризаларҙы ла эшкәртеүгә ҡабул иттек һәм икенсе аҙнанан халыҡҡа ҡайтанан иҫәпләү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт бирә башлаясаҡбыҙ. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 42 проценттан артҡан нигеҙһеҙ иҫәпләнгән аҡса түләү квитанциялары иҫәбенән алып ташланасаҡ, – тип аңлатты Максим Петров.
“Өфө инженер селтәрҙәре”нең һатыу хеҙмәтенә офистар һәм рәсми сайт аша электрон формала мөрәжәғәт итергә була.
“Өфө инженер селтәрҙәре”нең башҡарыусы директоры фекеренсә, йылылыҡҡа хаҡтың артыуы артыҡ йылытылыуға ғына түгел, ә дөрөҫ көйләүҙе талап иткән эске йорт йылытыу системаһы эшенә лә бәйле. Идара итеүсе компанияларҙа күп осраҡта был эште атҡарыу өсөн квалификациялы белгестәре юҡ.
Республика етәксеһе ошонда уҡ ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе тәртипкә килтереү буйынса Берҙәм иҫәп-касса үҙәге эше менән танышты. Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең генераль директоры Айгөл Винникова ойошманың Өфө халҡының мәнфәғәттәрендә сығанаҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалары һәм идара итеүсе компаниялары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек алып барыуы тураһында хәбәр итте. Түләүҙәрҙе иҫәпләү, баҫыу һәм квитанцияларҙы таратыу эштең төп йүнәлештәренә инә. Ҡала биләмәһендә Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенең 32 территориаль бүлексәһе урынлашҡан. Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе үҙәктең сайтында йәки мобиль ҡушымта аша үткәрергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ йылылыҡ өсөн ҡайтанан иҫәпләүҙе талап иткән өфөләр менән дә аралашты һәм нигеҙһеҙ иҫәпләнгән сараларҙы халыҡҡа ҡайтарасаҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын йылытыу миҙгеленә тейешле кимәлдә әҙерләмәгәндәр. Был кешеләрҙең йылылыҡ энергияһына сығымдары артыуы сәбәптәренең береһе, – тине Радий Хәбиров. – Мин хәлде ентекләп өйрәнәм һәм “Өфө инженер селтәрҙәре”нең, “Баш РТС”тың эше буйынса кәңәшмә үткәрергә уйлайым. Төп бурыстар – нигеҙһеҙ иҫәпләнгән аҡсаларҙы кешеләргә ҡайтарыу һәм беҙҙең ойошмаларҙың, хеҙмәттәрҙең һәм идара итеүсе компанияларҙың эшен оптималләштереү, башҡаса бындай хәлдәргә юл ҡуймау. Йылылыҡты иҫәпләү системаһының техник хәлен төҙәтәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.