Социаль мәсьәлә
29 Ғинуар 2021, 17:15

Ултырышта - йылылыҡ өсөн түләүҙәр темаһы

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30-сы пленар ултырышы эшендә ҡатнашты.

29 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30-сы пленар ултырышы эшендә ҡатнашты.
Көн тәртибендәге үҙәк тема - йылылыҡ һәм йылы һыу өсөн түләүҙәргә бәйле килеп тыуған хәл булды. Парламенттың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Николай Хорошилов был мәсьәлә менән шөғөлләнгән эш төркөмө эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, күпселек проблемалар идарасы компаниялар яуаплылығында. Бынан тыш, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм район хакимиәттәре тарафынан уларҙың эшмәкәрлегенә ентекле күҙәтеү булмаған.
“Парламент сәғәте” сиктәрендә йылылыҡ темаһы буйынса доклад менән вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Төҙөлөш күҙәтеүе һәм Тарифтар буйынса дәүләт комитеты менән берлектә ойошторолған эш төркөмө тикшереүҙәрендә етешһеҙлектәр асыҡланды, тип билдәләне ул. Улар рәтендә - йылылыҡ системаһы һәм иҫәп узелдарының төҙөк булмауы, ваҡытында иҫәп ҡоролмалары күрһәткестәрен бирмәү, тыштағы температураның үҙгәреп тороуына бәйле артыҡ яғыу, ҡоролмаларҙа пломбаларҙың булмауы, шулай уҡ урындағы етәкселек менән йылылыҡ биреүсе идарасы компанияларҙың бәйләнешһеҙлеге.
Борис Беляев, ниндәй саралар күрелә тигәнгә яуап итеп, тәртип боҙоуҙар асыҡланған урындарҙа идарасылар, түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарап, аҡсаны кире ҡайтарасаҡ, тине.
Киләсәктә идарасы компаниялар эшен контролдә тотоу һәм Торлаҡ-коммуналь компанияларына ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәрен көсәйтергә кәрәклеген билдәләне министр. 2021 йылда – Өфөлә, 2022 -2024 йылдарҙа башҡа тораҡ пункттарҙа торлаҡ фондын инвентарлаштырыу үткәреләсәк, тине ул.
Йорттарға ҡуйылған иҫәп ҡорамалдарынан белешмәләрҙе дөйөм йыйыу буйынса республика системаһы булдырыу, шулай уҡ Берҙәм мәғлүмәт майҙаны булдырыу ҙа мөһим мәсьәлә булып тора. Унда граждандарға реаль ваҡытта тотонған коммуналь ресурстарҙы күҙәтеп барыу, мөрәжәғәттәр яҙыу, йыйылыштар үткәреү мөмкинлеге буласаҡ.
Вице-премьер шулай уҡ шәхси йылылыҡ пункттарына күсә башларға тәҡдим итте. Был йылылыҡ өсөн киткән сығымдарҙы әҙәйтеп, тарфитарҙы кәметеүгә килтерәсәк. Кешеләргә фатирҙарындағы йылылыҡтың һәм эҫе һыуҙың температураһын үҙҙәре самаларға ла мөкинлек бирәсәк.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас