Өфө ҡала хакимиәте баш ҡалала йәшәүселәр өсөн ашығыс хәбәр еткерә. Чиновниктар ғинуар айына йылылыҡ өсөн түләүҙе кисектереүҙе һорай. Әйтеүҙәренсә, квитанцияларҙа техник хата ебәрелгән.
“Ҡайһы бер йорттарҙа “йылылыҡ” графаһында иҫәпләүҙәр буйынса көсөргәнеш артыуы һөҙөмтәһендә хата ебәрелгән. Ғинуар айы өсөн түләргә кәрәкмәй, яҡын арала яңы квитанциялар аласаҡһығыҙ,” - тип хәбәр ителә рәсми хәбәрҙә.
Әгәр түләп өлгөрһәгеҙ, бер ҙә хәүефләнмәгеҙ. Киләһе квитанцияла түләүҙәр яңынан иҫәпләнәсәк. "Ҡыҙыу бәйләнеш" телефондары: МУП ЕРКЦ -8-800-775-776-1, МУП УИС – 8-800-250-52-80.