Социаль мәсьәлә
2 Февраль 2021, 16:00

31 октябргә тиклем өлгөрөгөҙ

Башҡортостан “Сәләмәтлек болото” медицина проектында ҡатнаша.

Башҡортостан “Сәләмәтлек болото” медицина проектында ҡатнаша.
Рәсәйҙә “Сәләмәтлек болото” медицина проекты барлыҡҡа килде. Шулай итеп, ике алдынғы федераль медицина үҙәге – А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы һәм В.И. Кулаков исемендәге акушерлыҡ ғилми үҙәге ғилми-медицина тикшеренеү институттары табиптары – кардиологтар һәм гинекологтар – коронавирус пандемияһы осоронда хроник йөрәк-ҡан тамырҙары һәм гинекологик сирлеләргә ярҙам итәсәк.
Милләттәр сәләмәтлеге лигаһы мәрхәмәтлелек фонды, Дөйөм Рәсәй “Милләттәр сәләмәтлеге лигаһы” ижтимағи ойошмаһы, А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы һәм В.И. Кулаков исемендәге акушерлыҡ ғилми үҙәге ғилми-медицина тикшеренеү институттары менән берлектә, “Сәләмәтлек болото” проектын тормошҡа ашыра.
Проекттың төп маҡсаты – хроник сирле пациенттарға дистанцияла телемедицина ярҙамын күрһәтеү, мотлаҡ булғанда, адреслы ярҙам күрһәтеү. Бынан тыш, пациенттарҙың консультацияға саҡырылыуы, күрһәтелгән медицина ойошмаларына дауаланырға һалыныуы ихтимал.
https://telemed.oblakozdorovia.ru/ һылтанмаһы буйынса телемедицина сервисында теркәлергә һәм бушлай консультация алыу өсөн заявка ебәрергә мөмкин. Был проект Президент гранттары ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм ул 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас